АО "Бурибаевский ГОК" сайтында хәбәр итеүенсә, быларҙың барыһы ла Бүребай сәнәғәт предприятиеһының финанс ярҙамы менән тормошҡа ашырылды. Профилле лагерь балаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын, психологик-йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып ойошторолдо. Уйын формаһында малайҙар һәм ҡыҙҙар инженер-техник ижадҡа йүнәлтелгән техник проекттарҙы төҙөү күнекмәләренә өйрәнде.
Производство экскурсиялары, комбинат белгестәре менән осрашып, әңгәмәләшеүҙәр, үҙаллы практик эштәр барышында малайҙар һәм ҡыҙҙар тарафынан бик ҡыҙыҡлы, уникаль һәм социаль-производство әһәмиәтендәге тикшеренеү эштәре тәҡдим ителде.
Шуныһы ҡыуаныслы, профилле лагерь 3-сө йыл рәттән уҙғарылып, традицияға әүерелде. Ә балалар йыл да бында файҙалы ял итеүҙе көтөп алалар.
#АОБурибаевскийГОК