

«Башҡорт баҡыры» йәмғиәтендә слесарҙар араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсы ойошторолдо. Әйтергә кәрәк, предприятиела йыл дауамында төрлө һөнәрҙәр буйынса бәйгеләр даими уҙғарыла.
Бәйгенең ике этабының һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшылар билдәләнде:
1-се урын – Руслан Мөҙәрисов, автомобиль ремонтлау буйынса 4-се разряд слесары (Асыҡ тау руднигының автотрактор техникаһын ремонтлау буйынса ремонт төркөмө);
2-се урын – Рәфис Ишйәров, ҡорамалдарҙы хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса 5-се разряд слесары (Шахта өҫтө объекттарын төҙөү һәм хеҙмәтләндереү буйынса участкаһы);
3-сө урын – Байрас Әминев, 5-се разряд слесарь-ремонтсыһы (Байыҡтырыу фабрикаһы ҡорамалдарын ремонтлау буйынса участкаһы).
Еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәр, шулай уҡ ағымдағы йыл дауамында һөнәри оҫталығы өсөн өҫтәмә айлыҡ премия менән бүләкләнде.
фото:«Башҡорт баҡыры» йәмғиәте