Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Мәскәүҙең Пресня районы Йәштәр палатаһы Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге менән берлектә “Еңеү хаҡына берҙәмлек” тип аталған тарихи проектты башлап ебәрҙе. Илебеҙ баш ҡалаһын һаҡлауҙа ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәренең ҡаһарманлығына бағышланған күргәҙмә асылды. Экспозицияла төп урынды Мәскәү янында һөжүмде ҡағыуҙа ҡатнашҡан легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов алып тора. Проекттың төп үҙенсәлеге - тарих менән яһалма зиһен берләшеүе.
Нейроселтәр ярҙамында батырҙарыбыҙҙың хәрби юлы һәм образы йәнләндерелгән. Һәр портрет QR-код менән тулыландырылған: камераны йүнәлткән саҡта, ҡаһармандар тураһында видеояҙма асыла һәм һөйләй. Бындай алым тарих менән шәхси мөнәсәбәтте тойорға, Мәскәү һәм Ватаныбыҙҙы һаҡлаған ата-бабаларыбыҙ тураһында күберәк белергә мөмкинлек бирә. Күргәҙмә Башҡортостан вәкиллегендә март уртаһына тиклем дауам итә. Инеү – алдан яҙылыу буйынса.
Фото: Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге матбуғат хеҙмәте.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!