Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
24 Ноябрь 2025, 21:39

Әбүбәкерҙә һуғыш осоро балаларын һәм яугирҙарҙың әсәйҙәрен ҙурланылар

Мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының «Киләсәк быуындар белһен һәм хәтерләһен!» исемле имиджлы район конкурсы сиктәрендә күркәм сара уҙҙы.

Әбүбәкерҙә һуғыш осоро балаларын һәм яугирҙарҙың әсәйҙәрен ҙурланылар
Әбүбәкерҙә һуғыш осоро балаларын һәм яугирҙарҙың әсәйҙәрен ҙурланылар

Осрашыуҙың төп геройҙары – һуғыш осоро балаларына айырым иғтибар бирелде. Һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа улар үҙ иңендә күтәргән ауырлыҡтарҙы,  үҙҙәренең күңел төбөндәге мәңге онотолмаҫ хәтирәләре менән уртаҡлашҡанда, күптәрҙең күҙҙәре йәшләнде. Һуғыш осоро балаларының бала саҡтары ауыр, ҡаты йылдарға тура килеп, ҡатмарлы тормош үтһәләр ҙә, улар зарланмайҙар. Ил ни күрһә, беҙ ҙә шуны күрҙек, тиҙәр. Барыһы ла һуғыш осоро балалары – оло быуындың бала һәм үҫмер генә көйө бар ауырлыҡтарҙы нескә иңдәрендә күтәреүе, колхоз баҫыуҙарында һәм йорт эштәрендә ал-ял белмәй тир түгеүе, йән аҫрау өсөн үлән ашауҙары һәм башҡалар хаҡында һөйләгәндәрен ҡыҙыҡһынып тыңланы.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың сарала ҡатнашыуы уға тағы ла мәртәбә өҫтәне. Данлыҡлы яҡташыбыҙ кошо ҡатмарлы дәүерҙә Ватаныбыҙҙың ныҡлы тылы булып, һуғыштан һуңғы йылдарҙа  илебеҙҙе күтәреүгә ҙур өлөш  индергән быуынға бағышланған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе һәм сараның ҡунаҡтарына үҙенең китаптарын бүләк итте. Артабан һүҙ МХО-ла ҡатнашыусыларҙың әсәйҙәренә бирелде. Әсәйҙәр улдары менән ғорурланыуҙары һәм уларҙың тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуын көтөүҙәре тураһында һөйләне.

–Һәр дәүерҙең Ватанын һаҡлап, ҡыйыулыҡ, рухи ныҡлыҡ, тәүәккәллек күрһәткән үҙ батырҙары бар. Махсус операция башланыу менән  иң тәүгеләрҙән булып илебеҙ именлеге һағына  күтәрелгән хәрбиҙәр араһында ауылдаштарыбыҙ ҙа бар. Егеттәребеҙгә тиҙерәк дошманды тар-мар итеп, иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ! Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ булһын! – тип сара ҡунаҡтарын - һуғыш осоро балаларын һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың әсәйҙәрҙенә хөрмәт йөҙөнән уларға сәскәләр һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы ойоштороусылар.

 “Шоңҡар” журналының биҙәлеш буйынса мөхәррире Айнур Акилов ике яугирҙың әсәһе Зөмәйрә Аллабирҙинаға махсус бүләк тапшырҙы. Әҙәби кисә йыр-моңға, бейеүгә, ҡурайҙа уйнауға, шиғыр һөйләүгә маһир үҙешмәкәр артистарҙың һәм балаларҙың дәртле лә, һағышлы ла сығыштары менән үрелеп барҙы.  

Әбүбәкерҙә һуғыш осоро балаларын һәм яугирҙарҙың әсәйҙәрен ҙурланылар
Әбүбәкерҙә һуғыш осоро балаларын һәм яугирҙарҙың әсәйҙәрен ҙурланылар
Әбүбәкерҙә һуғыш осоро балаларын һәм яугирҙарҙың әсәйҙәрен ҙурланылар
Әбүбәкерҙә һуғыш осоро балаларын һәм яугирҙарҙың әсәйҙәрен ҙурланылар
Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас