1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, киләһе йылдың 5 мартында һуғышҡа алына. Уға 17 генә йәш булған. Үҙе иҫән саҡта һөйләп ҡалдырған иҫтәлектәренән белеүебезсә, һалдаттарҙы Һары станцияһына хәтле йәйәүләп алып барғандар. Унан поезд менән Шишмә районы Сәфәр ауылына алып барғандар. Унда 214-се уҡсылар дивизияһы ойошторола. Ҡартатайым ошо дивизия составында Сталинград өлкәһендә беренсе алышҡа инә.
Йәш егет йән аямай дошманға ҡаршы һуғышта катнаша. Плотников етәкселек иткән 1-се батальонда герой-комсомолка Гуля Королева (үлгәндән һуң Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған) менән бергә һуғышта ҡатнаша. Дон йылғаһының көнбайыш ярында ҡаты алыштар башлана. Бер вакыт Дондың көнсығыш ярына сығырға тигән приказ бирелә. Шунда беҙҙең һалдаттар танк менән яр буйындағы бер өйгә төкөп емерәләр һәм уның ағастарынан һал бәйләйҙәр. Шул һалға ултырып, Донды йөҙөп сығып барғанда, снаряд шартлай һәм ҡартатайымдың һул яҡ аяғы яраланған. Шулай уҡ, күкрәген снаряд ярсығы сыйып үтә. Йылғаны саҡ-саҡ сыҡҡас, яр аҫтына төшөп ултыра. Шул саҡта Гуля йүгереп килеп яраларын таҙартып бәйләп китә. Ул батыр ҡартатайымды ҡотҡарған әкиәттәге тылсымлы ҡош булғандыр. Һуңынан яралыларҙы Сталинградҡа госпиталгә машинаға тейәп алып китәләр. Оҙатып барған санитаркалар араһында Гуля Королева ла була. Юлда барғанда баш осонан геүләп дошман самолеттары оса, якында ғына бомбалар шартлай. Был юлы Хоҙай аралай – уларҙың машинаһы бомбаға эләкмәй.
Ҡартатайым, йәш һалдат булараҡ, Сталинградта бер аҙна госпиталдә дауалана. Ҡаланы ла фашистар бомба аҫтына тота башлағас, пароход менән Волга буйлап Һартыуға алып китәләр. Ә Һарытауҙан Куйбышев-Өфө-Петропавловск санитар поезы менән Боровое күле эргәһендә, ҡарағай урманы эсендәге госпиталгә урынлаштыралар. Унда биш ай дауалана. Унан һуң, Красноводск ҡалаһында яңы ойошторолған батальонға эләгә. Ләкин тағы Красноводскиҙа госпиталгә эләгеп, алты ай ята. Снаряд ярсығы эләккәнлектән, нервы системаһы зыян күргән тип уны ҡайтаралар.
Ауылға ҡайтып, бер ай тирәһе булғас, ҡаһарман ҡартатайым Алкиноға бара, Өфөлә комиссия үтә һәм үҙ теләге менән Украинаға Хәрби эске эштәр ғәскәренә китә. Батыр батыр булып ҡала инде. Йөрәгендә халҡы булған кеше тыныс күңел менән өйҙә ята алмағандыр. Львовта хеҙмәт итә, штабта писарь була. Аҙаҡ Луцк ҡалаһына ебәрелә. Ә Еңеүҙе ул Украинаның Луцк ҡалаһында поста торғанда каршылаған. 9 майҙы икенсе төрлө батырҙар көнө тип атар инем. Бер нәмәнән ҡурҡмаҫ, иле өсөн йәнен, ғүмерен биргән кешеләрҙең көнө бит ул.
Һуғыш тамамланғас, тормош яйлап дауам итә. Еңеү яулап ҡайтҡан һалдат 1953 йылда Аҡназарова Сәхипъямал Сәлимйән ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Сәхипъямал Сәлимйән ҡыҙы 1932 йылдың 15 майында Әбүбәкер ауылында тыуған. Ҡәһәрле һуғыш уның яҙмышына ла ныҡ ҡағылған. Тиҫтерҙәре менән бер рәттән уҡып белем ала торған саҡтарында ҡулдарынан килгәнсә колхоз эшендә эшләгән. 7 класс ҡына белеме булһа ла, колхозда исәп-хисапсы һәм келәт мөдире булып та эшләгән. Һуңынан потребкооперация өлкәһендә һатыусы булып озак йылдар эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ була. Ҡартатайым Абдрахман Уйылдан улы менән татыу ғаилә булып 47 йыл бергә ғүмер кисергәндәр. Ғаиләләрендә өс ул һәм ике ҡыҙ үстергәндәр.
«Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән» – ти халык мәҡәле. Улдары, атаһына оҡшап, илһөйәрлек рух менән Ватаныбыҙға тоғро хеҙмәт итерлек һалдаттар булып тәрбиәләнгәндәр. Ҡыҙҙары, Сара һәм Сания, әсәләре кеүек потребкооперация өлкәһен һайлаған.
Ҡартатайымдың батыр, ҡыйыу, эшһөйәр булыуы уның ғаиләһенән килгәндер.
Атаһы – Уйылдан Айса улы бик уҡымышлы кеше булған, уҡытыусы булып эшләгән. Умартасылыҡ менән шөғөлләнгән, мөнәжәттәр ижад иткән. Мөнәжәттәре тыуған еребеҙҙең тәбиғәтен, йәмле Ташлы йылғаһы буйҙарының матурлығын данлап яҙылған, улар гәзит биттәрендә баҫылып сыҡты. Әсәһе Сәбилә уңған хужабикә һәм әсә булған. Бер ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үстергән. Тырыш хеҙмәте менән колхозды күтәреүгә үҙ өлөш индергән. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте – көндө көнгә ялғап таң ҡараңғыһында колхоз һыйырҙарын һауып, быҙауҙарға һөт эсереп, таң атыуға баҫыуҙа иген урып, көлтә бәйләргә сығыуын, һуғыш ваҡытында һыйыр егеп һабан һөрөүен оло быуын кешеләре әле лә хөрмәтләп иҫкә алыуҙары ейән-ейәнсәрҙәре өсөн ғорурлыҡ.
Дәһшәтле һуғыш йылдарының кешеләренең һәр береһе орденға, миҙалға лайыҡтыр. Еңел булмаған тормош юлы уларҙың көслө, батыр ғына түгел, ә рух ныҡлығы тураһында ла һөйләй.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға күп йылдар үтһә лә, уның яралары һаман уңалмай икән. Яу һәм тыл батырҙары иҫтәлеге, якты хәтирәләр булыраҡ, күңелдәрҙә йәшәй. Яҡын кешем тураһында мин дә матур истәлектәр һаҡлайым. Үҙемдең ҡартатайым менән сикһеҙ ғорурланам. Ул – батырлыҡ өлгөһө.
Айбулат Мәжитов.
Өфө ҡалаһы.