Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
27 Май 2025, 13:20

Район музейҙары буйлап мауыҡтырғыс сәйәхәт

Хәйбулла тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында «Музейҙар төнө» Бөтә Рәсәй акцияһы быйыл ғәҙәти булмаған форматта үтте. Уның сиктәрендә хәйбуллалар Аҡъяр—Һамар—Бүребай—Татыр-Үҙәк—Аҡъяр маршруты буйлап уҙған автоуҙышҡа ҡушылды. Автоуҙыш Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арналды.

Район музейҙары буйлап мауыҡтырғыс сәйәхәт
Район музейҙары буйлап мауыҡтырғыс сәйәхәт

Үҙенсәлекле сара район музейы ихатаһында башланды.  1-се Аҡъяр мәктәбенең Шайморатов класы уҡыусылары һәм тантанала ҡатнашыусылар «Шайморатов генерал» йырын бергәләп башҡарғандан һуң, алып барыусылар һәм музейҙың директоры Рәзилә Байғусҡарова барыһын да сәләмләп,  «Музейҙар төнө» акцияһының программаһы менән таныштырҙы.    Район йәмәғәт ойошмаларының координация советы рәйесе Салауат Юлдашбаев илһөйәрлек менән һуғарылған акцияны ойоштороуҙары өсөн рәхмәт белдереп, үҙе  Афған һуғышы барышында кейеп йөрөгән панамкаһын район музейына тапшырҙы.

Артабан йәш тамашасылар өсөн «Бөйөк Еңеү» викторинаһы ойошторолдо. Ә өлкәндәр яҡташтарының ҡаһарманлыҡтарына арналған күргәҙмәләр буйынса «Бөтә замандар геройҙары» блиц-экскурсияһына юлланды. Улар 112-се Башҡорт атлы дивизияһы сафында һуғышҡан яҡташтар, Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшин һәм Рәсәй Геройы Никита Петров, махсус хәрби операция барышында һәләк булған хәйбуллалар тураһында байтаҡ яңы мәғлүмәттәр алды һәм «Махсус хәрби операция зонаһынан артефакттар» күргәҙмәһен асыу тантанаһында ҡатнашты.

Һуңынан «Ватан һаҡсылары иҫтәлегенә» автоуҙышына старт бирелде. Район һәм төрлө ғәскәрҙәр флагтары менән биҙәлгән тиҫтәләгән автомобилдән торған колонна Аҡъяр урамдары буйлап үтеп, район хакимиәте янындағы беренсе туҡталыш яһаны. Ҡатнашыусылар «Еңеү һалдаты» һәйкәленә веноктар һәм сәскәләр һалды, улар алдында район Советы депутаты Салауат Абдуллин сығыш яһаны. Автоуҙыштың икенсе туҡталышы – Һамар ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған һәйкәл яны.  Флагтар һәм төрлө төҫтәге шарҙар тотҡан балалар гимндар, патриотик йырҙар йырлап һәм шиғырҙар һөйләп, ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алды. Геройҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алып, һәйкәлгә сәскәләр һалғандан һуң автоуҙышта ҡатнашыусыларҙы мәктәпкә саҡыралар. Белем усағында уҡыусылар музей, Хәрби һәм хеҙмәт даны залы буйлап мауыҡтырғыс экскурсия үткәрҙе.  Балаларҙың ауылдың тарихы, данлы хеҙмәт һәм хәрби юлын үткән яҡташтары менән ғорурланып һөйләүҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

 Автоуҙыштың киләһе туҡталышы – Бүребай ауылы булды. Бөйөк Еңеү яулаған яугирҙар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлгә баш эйеп, сәскәләр һалғандан һуң, барыһы ла Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының музейына юл тотто. Бында уларға предприятиеның йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге начальнигы Самат Азаматов комбинаттың 95 йыллыҡ тарихы, уның ҡаҙаныштары һәм күренекле хеҙмәткәрҙәре тураһында ҡыҙыҡлы экскурсия ойошторҙо. Заманса йыһазландырылған музейҙа бихисап уникаль экспонаттарҙан тыш, тәүге таусыларҙың ауыр эшен кәүҙәләндергән диорама, эшселәр йәшәгән ер өйө экспозицияһы менән танышырға мөмкин булды.

Татыр-Үҙәк ауылындағы киләһе туҡталыш программаһы ла яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һәм веноктар һалыуҙан башланды.    Автоуҙышта ҡатнашыусыларҙы «Шайморатов генерал» йырын башҡарып, Татыр-Үҙәк ауылы мәктәбенең Шайморатов класы уҡыусылары сәләмләне. Митингта  Афған һуғышында ҡатнашыусы, отставкалағы майор Владимир Соболев һәм  «Аҡъяр» совхозы тарихы музейы етәксеһе Рәйлә Юламанова сығыш яһаны. Тантаналы саранан һуң барыһы ла йәмәғәт башланғысында булдырылған музейҙар менән танышырға ашыҡты. Әсхәт Семенов етәкләгән «Совет осоро тарихы» музейында автоуҙышта ҡатнашыусылар бала саҡ, мәктәп йылдары һәм үҫмер йылдары тураһында йылы хәтирәләргә сумды. Ни тиһәң дә бында үткән замандың уникаль экспонаттары һаҡлана: балалар уйынсыҡтары, пионер атрибутикаһы, патефондарҙан алып радиоалғыстарға һәм телевизорҙарға тиклем төрлө техника, Совет армияһы ғәскәрҙәре төрҙәренең хәрби формаһы, элкке гәзит-журналдар, картиналар, банкноталар – нимә генә юҡ бында. Киләһе «Аҡъяр» совхозы тарихы музейы ҡасандыр ошо гөрләп торған ауыл хужалығы предприятиеһында эшләгән кешеләр, ауылдаштар тураһында хәтер һаҡлай. Музейҙы етәкләүсе Рәйлә Сәлим ҡыҙы Бөйөк Ватан һуғышында, башҡа хәрби хәрәкәттәрҙә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, мәктәп, балалар баҡсаһы, совхоз һәм уның етәкселәре тарихы, дан ҡаҙанған шәхестәр хаҡында һөйләне.

Аҡъяр ауылына ҡайтҡас, автоуҙышта ҡатнашыусылар Еңеү паркына юлланды, унда 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәйбуллалар һәйкәленә сәскәләр һәм веноктар һалды. Көн дауамында барған сәфәрҙең һуңғы нөктәһендә – район музейында  Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы акцияла ҡатнашыусылар өсөн «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйынын үткәрҙе.

 “Түңәрәк өҫтәл” артында фекер алышыу менән сараға йомғаҡ яһалды, унда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар һәм Чернобыль АЭС-ында авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан Айса Саламатов хәтирәләре менән уртаҡлашты. Тыуған яҡты өйрәнеүсе, Балалар ижады йорто педагогы Ринат Таулыҡаев махсус хәрби операцияла хәрби задание үтәгәндә һәләк булған  офицерға арналған үҙенең шиғырын уҡыны. Акцияла ҡатнашыусылар районда тарихты һаҡлаған музейҙар һәм уларҙы етәкләп, экспонаттарҙы күҙ ҡараһылай һаҡлап ҡына ҡалмаған, ә эшмәкәрлеген туҡтатмай, яңынан-яңы мәғлүмәттәр туплаған яҡташтар менән осрашыуҙарҙың әһәмиәтен билдәләне.

Район музейҙары буйлап мауыҡтырғыс сәйәхәт
Район музейҙары буйлап мауыҡтырғыс сәйәхәт
Район музейҙары буйлап мауыҡтырғыс сәйәхәт
Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас