Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
27 Май 2025, 13:24

Бала саҡтарын һуғыш урлаған

Бала саҡтары дәһшәтле һуғыш осорона тура килеп, унан һуңғы йылдарҙа ла барлыҡ ауырлыҡ-ҡыйынлыҡтарҙы үҙ иңдәрендә кисергән, бөгөнгө көндә йәштәргә өлгө булып йәшәгән оло быуынға ҡарап ғорурланыуҙан тормоштоң ҡәҙере тағы ла арта кеүек. Уларҙың кемеһе менән осрашһаң да –  утлы афәттең эҙемтәләре хәтерҙәренән юйылмаған, яу яландарында ятып ҡалған яҡындары онотолмаған, йөрәк түрҙәрендә һаҡлана.  Ҡәһәрле һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа улар тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәткәнгә беҙ хәҙер ошондай ожмахтай тормошта йәшәйбеҙ. Бөгөн Маҡан ауылында йәшәгән бер нисә һуғыш осоро балалары тураһында һөйләргә булдым.

Бала саҡтарын һуғыш урлаған
Бала саҡтарын һуғыш урлаған

«Ил күргәнде беҙ ҙә күрҙек», — ти Ғәббәсовтар

Булат һәм Хәнифә Ғәббәсовтар оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, күп йәштәргә өлгө булып, гөрәтеп донъя көтәләр. Ғаилә башлығы тәбиғәт аҡҡа төрөнгән мәлдә, 1937 йылдың 5 ғинуарында, Йылайыр районы Суртанүҙәк ауылында Хәйбулла һәм Бибиғәйшә Ғәббәсовтар ғаиләһендә тыуған. Ул ете бала араһында өсөнсөһө була. Ә Хәнифә Йәрмулла ҡыҙы Бөйөк Еңеүҙе алып килгән йылдың йәмле йәйендә – 1945 йылдың 1 июлендә донъяға ауаз һалған.

«Эй, иҫләге лә килмәй шул йылдарҙы. Ауыр хәтирәләр менән ғүмерлеккә уйылып ҡалған инде һуғыш һәм унан һуңғы осор. Күптәр аслыҡтан интегеп, шешенеп вафат булдылар. “Барыһы ла – фронтҡа!”, “Бөтәһе лә Еңеү өсөн!” тип Суртанүҙәктән Матрайға алып барып май тапшыра инек, ә үҙебеҙҙең ашарға бер нимә лә булманы. Ер ҡарҙан әрселеп, яҙҙың етеүен айырыуса түҙемһеҙләнеп көттөк. Төрлө үләндәр – әсе ҡаҡы, әтмәкәй һәм башҡаларҙы эҙләп ашай торғайныҡ. Ураҡ бөткәс, баҫыуҙарға сығып, сеүәтәгә ятып ҡалған башаҡтарҙы сүпләп, тамаҡты туйҙыра инек. Өйҙә сәғәт тә, электр уты ла булмағас, ҡояшҡа ҡарап ваҡытты билдәләнек. Өҫтөбөҙҙә йүнле кейем юҡ, ялан аяҡ йөрөп, ике үгеҙ менән лобогрейканы һөйрәп, иген урҙыҡ», — тип ауыр һулап үткәндәргә ҡайтты  Булат Хәйбулла улы. Бөгөн ул оло хөрмәткә лайыҡ хеҙмәт ветераны. Юғары белем алғас, заманында «Маҡан» совхозында  управляющий, урындағы партком секретары була, күп наградалар менән бүләкләнә.

Ә Хәнифә Йәрмулла ҡыҙы «Миләшкәй» балалар баҡсаһында оҙаҡ йылдар тәрбиәсе, аҙаҡ хужалыҡ буйынса мөдир булып эшләй. Ул да фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ, бихисап маҡтау грамоталары менән тәбрикләнә. Хәнифә Ғәббәсованы барыһы ла алсаҡ, саф күңелле, егәрле булғанына хөрмәт итә. Заманында моңло тауышы менән сәхнәләрҙә йырлап тамашасыларҙы һөйөндөрҙө ул, ә Булат Хәйбулла улы өҙҙөрөп бейене. «Булаттың тоҡомонда барыһы ла тиерлек оҫта бейеүселәр. Ҡустылары, туғандары төрлө урындарҙа бейенеләр, шул иҫәптән Мәскәүҙә лә сығыш яһап, “зәңгәр экран”ға ла эләктеләр», — тине  Хәнифә Ғәббәсова.

Ғәббәсовтар – шундай уңған парҙар, уларҙың йорттары төҙөк, бар ерҙә тәртиплек һәм бөхтәлек хөкөм һөрә.  Йәй буйы ихаталары ҡош-ҡорттарҙың тауыштарына күмелә, ә баҡсаларында ниндәй генә емеш-еләк үҫмәй. Ҡапҡа төбөнән башланып киткән сәскәләр донъяһы ла һәр кемде үҙенең матурлығы менән әсир итер. Ғәббәсовтар өс балаға ғүмер бирәләр һәм оло тормош юлына сығаралар. Юғары белемгә эйә булған Зилә, Рәмзиә һәм Азат бөгөнгө көндә ата-әсәйҙәренә терәк булып, уларҙы уңыштары менән ҡыуандырып, үҙ донъяларында ғаиләләре менән йәшәйҙәр.

«Ил күргәнде беҙ ҙә күрҙек. Бөгөн Аллаға шөкөр, бөтә нәмә бар. Иң мөһиме – илдәр тынысланып китһен, яугирҙар имен-һау әйләнеп ҡайтһындар», — тип теләй Ғәббәсовтар.

Ауылдың ихтирамлы инәйе

Сираттағы мәҡәлә геройым – Фәймә Килдебаева 1942 йылда Аҡъяр ауылында донъяға килгән. Атаһы Сәлимйән Аҡҡусҡаров 1943 йылда яу ҡырында батырҙарса һәләк булған. Ул Ленинград фронтында пулеметсы булараҡ һуғышҡан, әммә ҡайҙа ерләнгәнен оҙаҡ йылдар белмәгәндәр.

«Уҙған йылда ейәнсәремдең кейәүе Марат Сәйетов Санкт-Петербургҡа эш буйынса барғайны. Шул арала ҡаланан 50 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан туғандар ҡәберлегендә лә булып, ундағы исемлектә Аҡҡусҡаров Сәлимйән Шәкирйән улы яҙыуын күреп ҡалған. Ул атайым рухына аят бағышлап уҡыған. Бына шулай, осраҡлы рәүештә атайымдың урыны ҡайһы туғандар ҡәберлегендә ерләнеүе билдәле булды», – тип һөйләне Фәймә Сәлимйән ҡыҙы.

Ул да һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙың барлыҡ ауырлыҡтарын үҙ иңендә татыған. Бала ғына көйө өлкәндәр эшен эшләйҙәр. Йәй буйы бесән әҙерләйҙәр, тиҙәк һуғалар һәм башҡалар. Мәҡәлә геройымдың тормош иптәше Марат Килдебаев та ғәрәсәтле йылдарҙың шаһиты булған. «57 йыл бергә татыу ғүмер иттек. Ҡыҙғанысҡа күрә, ул бөгөн яҡты донъяларҙа юҡ инде. Тормош иптәшем шул осорҙо йыш ҡына көрһөнөп иҫкә алып үтә ине. Улар тауҙың ҡарҙан әрселгәнен түҙемһеҙләнеп көтөп, яҙ етеү менән шунда барып, әсе ҡаҡы, кәзә әтмәкәйе һәм башҡа үләндәрҙе, ҡырҙа башаҡтар сүпләп ашап йәнен аҫрағандар. Бала ғына булып үгеҙ менән ер һөргәндәр», – ти әңгәмәсем.

Ауылдаштары араһында оло хөрмәт ҡаҙанған ғаиләлә ике ҡыҙ һәм өс ул донъяға килгән. Уларҙың барыһын да башлы-эйәле итеп, ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөнөп, бөгөн Фәймә Сәлимйән ҡыҙы хәйерле ҡартлыҡ кисерә.

 

Һүҙ аҙағында

«Һуғыш беҙҙе  ваҡытынан алда олоғайтып, ғүмерҙең иң матур мәлдәрен тартып алды. Шунлыҡтан хәҙерге һуғыштар туҡтаһын, илебеҙ тыныс булһын тип көн дә теләйбеҙ», — ти Маҡан ауылының һуғыш осоро балалары. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын бер аҙ тулҡынланып, күҙ йәштәре аша, икенсе яҡтан матур тормош, тыныслыҡ алып килгәне өсөн ғорурланып ҡаршыланы улар. Киләсәктә лә ҡоростай һаулыҡта, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең шатлыҡ-һөйөнөстәренә ҡыуанып, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәргә Хоҙай насип итһен.

Зәкиә Ҡадаева.

Маҡан ауылы.

Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас