Илебеҙҙә фашистар Германияһын Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләгәндә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп кенә хәрби һәм хеҙмәт наградаларына лайыҡ булған бикәсем Рәхимә Күсәкова тураһында һөйләргә теләйем.
Рәхимә Хәкимйән ҡыҙы 1925 йылда Аҡъяр ауылында донъяға килгән. Мәктәп йылдарында һуғыш башланғас, класташ егеттәре фронтҡа юллана. Һөҙөмтәлә 1943 йылда 10-сы класты тик дүрт ҡыҙ ғына тамамлай. Улар араһында мәктәпте гел “бишле” билдәләренә бөткән мәҡәләм геройы Өфө авиация институтына уҡырға инә.
«Баш ҡалабыҙға уҡырға барҙым, әммә ятаҡ булмағас фатирға урынлаштым. Ләкин йәшәү өсөн утын менән түләргә кәрәк ине. Ә мин уны ҡайҙан алам? Шуға уҡыуҙы ташларға тура килде. Был осорҙа пропуск системаһы ғәмәлдә булды, документтарым булмағас өйгә ҡайта алманым, ҡала буйлап йөрөнөм, вокзалға барҙым. Бәхетемә күрә, районыбыҙҙың Михайловка ауылы балалар йорто директоры В.П. Берестовты осраттым. Уға үҙемдең хәлемде һөйләнем. Ул мине иғтибар менән тыңланы, тынысландырҙы һәм тәрбиәсе эшен тәҡдим итте. Мин быға шунда уҡ ризалаштым. Республика социаль тәьминәте бүлегендә пропуск алып, тыуған районыма ҡайттым һәм эшкә тотондом. 1944 йылда Өфөгә квалификацияны күтәреү курстарына ебәрҙеләр. Уҡыу осоронда Дәүләкән разведчиктар хәрби авиация училищеһы вәкиле килеп, шунда уҡырға барыу мөмкинлеге барлығы хаҡында һөйләү менән 6 ҡыҙ ошо училищеға белем алырға ҡарар иттек», – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша ине Рәхимә Күсәкова.
Бында ул 6 ай уҡып 1944 йылда аэрофото хеҙмәте белгесе – дешифровкалаусы һөнәренә һәм өлкән сержант званиеһына эйә була. 1945 йылдың февралендә Аҡъяр ҡыҙын фронтҡа ебәрәләр һәм уның яу юлы Варшавала башлана. 1-се Белоруссия фронтының авиация часында, һуңынан Польша ғәскәре составында хеҙмәт итә. Ир-егеттәр генә түгел, йәш ҡыҙҙар ҙа һуғышта ҡатнашырға теләк белдереп, Хәлимә, Зәйтүнә һәм Фәхихә фронтҡа китә.
«Бик әһәмиәтле, яуаплы эш йөкмәттеләр – аэрофото снимоктарҙы дешифровкалау менән шөғөлләндем йәғни дошмандың мөһим объекттары ҡайҙа урынлашыуын асыҡланым. Минең донесениелар һауа разведкаһының һуңғы этабы булды. Еңеүҙе Кёнигсберг ҡалаһында ҡаршыланым. 1945 йылдың 15 октябрендә демобилизацияландым», – ти торғайны бикәсем.
1948 йылдан Ленинград ҡалаһында йәшәй. Ленинград педагогия интитутына уҡырға инә, әммә ҡаты сирләгәс, дауаханаға эләгә. Туҡланыуына һәм йәшәүенә аҡса тапмағас, заводҡа эшкә урынлашып, уҡыуын ташларға мәжбүр була. Ленинград сәнәғәт-иҡтисади техникумының киске бүлегендә белем ала. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Балтик үҙәк проект-конструкторлыҡ бюроһының тәжрибәләр заводында иҡтисадсы, план бүлеге инженеры булып эшләне. 1967 йылда мин уның ҡустыһына кейәүгә сыҡтым. Бикәсем Рәхимә йыл һайын ҡунаҡҡа килә ине. Ул оҫта тегенсе булды, үҙе кейем тегеп алып килде. Рәхимә Хәкимйән ҡыҙы 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Георгий Жуков миҙалы һәм күп һанлы юбилей миҙалдары кавалеры, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар менән бүләкләнә.
«...Элекке уҡытыусыларымдан Хәйбулла районында Нина Севастьянова, Сиражи ағай Ишемғолов, Әхмәт ағай Ҡунаҡасов, Хәмдиниса апай Нураева йәшәй. Мин ярты быуат йәшәүемә ҡарамайынса, бөгөн дә мәктәбемә, уҡытыусыларыма ҙур хөрмәт һаҡлайым. Аҡъяр мәктәбендә алған белем бер ерҙә лә, хатта ҙур ҡала уҡыусылары эргәһендә лә уларҙың белеменән кәм булманы!» – тип 1975 йылдың 20 апрелендә 1-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусыларына яҙған үҙенең хатында Рәхимә Күсәкова.
2001 йылда Рәхимә Күсәкова вафат булды, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Йылдар һәм тиҫтә йылдар үтәсәк, яңы быуындар киләсәк, әммә һуғыш геройҙары тураһында иҫтәлек мәңге йәшәйәсәк. Геройҙарға дан!
Рәшиҙә Нураева.
Аҡъяр ауылы.