Быйыл илебеҙ Б өйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләгән ваҡытта атайыбыҙ Иҙрис
Солтановҡа 100 йәш булыр ине.
Бөйөк Ватан һуғышында уның ғаиләһенән өс кеше ҡатнаша. Атайыбыҙ Иҙрис Йәмил
улы, уның ағайҙары Юныс һәм Әхмәтдин Солтановтар үҙ теләге менән фронтҡа
юллана. Ҡартатайыбыҙ, әсәйемдең атаһы Исмәғил Дәүләтбирҙин да тәүгеләр рәтендә
һуғышҡа алына. Ҡан ҡойғос яу юлын үтеп, мөғжизә менән уларҙың барыһына ла
тыуған төйәгенә иҫән-һау ҡайтырға насип була.
Ғаиләлә иң бәләкәйе булараҡ, Иҙрис Йәмил улы 1943 йылдың ғинуарында 18 йәше
тулғас хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм фронтҡа ебәрелә. Яу юлын минометсылар
полкында үтә. Ә һуғыштан тик 1948 йылда ғына тыуған яҡтары Йылайыр районы
Ашҡаҙар ауылына ҡайта. Һуғыштан һуң әсәйебеҙ Мөслимә Исмәғил ҡыҙына өйләнеп,
алты балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайыбыҙ 44 йәшендә 1969 йыл-
дың ҡышында мәрхүм була. Әсәйебеҙ атайыбыҙға тоғро ҡалып башҡаса кейәүгә
сыҡмай. Иңенә төшкән бихисап ауырлыҡтарға ҡарамай яңғыҙы алты балаһын
тәрбиәләп үҫтереп, юғары уҡыу йорттарында уҡытып, кеше булырға ярҙам итте. Уға
мең рәхмәттәр әйтәбеҙ. Һуғыш һәм тыл ветерандары балалары булараҡ, беҙ Бөйөк
Еңеүҙе яулап, беҙгә матур, тыныс тормошта йәшәргә һәм эшләргә мөмкинлек биргән,
Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә бөтә йөрәктән рәхмәт әйтәбеҙ.
Ф.Билалова.
Татыр-Үҙәк ауылы.