Бөйөк Еңеү байрамы яҡынлаша. Был һуғышта минең олатайҙарым да ҡатнашып, Гитлерҙы еңеп, иҫән-һау ҡайтып тыуған ауылыбыҙ Әбүбәкерҙә ғүмер иттеләр, «Красный доброволец» колхозында намыҫлы эшләнеләр.
Сынбулатовтар: Хәйретдин, Ишмөхәммәт, Шәйхетдин, Әбдрәхмән, Шәрифйән, Зәйнетдин, Ғәббәс, Яныбай олатайҙар күрше генә йәшәнеләр. Зиннәт олатайым Аҡъярҙа, Байрам, Ишмулла олатайымдар Өфөлә һуғыштан һуң ғаилә ҡорғандар. Ҡунаҡҡа саҡырһалар Ғәббәс олатайым Таһир Күсемов етәкселегендә Башҡорт атлы дивизия составында һуғышты тамамлап ҡайтыуын һөйләп, һәр ваҡыт "Шайморатов генерал"ды йырлап ултырыр ине. Шәйхетдин олатай һуғыштан бер аяғына ағас аяҡ кейеп ҡайтҡан, шуға ҡарамаҫтан, гел ат аҫраны.
Һәммәһе лә тыныс тормош өсөн йәндәрен аямай һуғыш яландарынан иҫән-һау ҡайтып, өйләнеп, матур, аҡыллы балалар үҫтерҙеләр. Беҙ уларҙан өлгө алып үҫтек. Ишмөхәммәт олатайым һуғышҡа тиклем 1934 йылда ата-әсәһеҙ ҡалғас атайым Байбулат Ғайса улы Сынбулатовты уллыҡҡа алып үҫтерә. Ул һуғышҡа колхозда эшләп йөрөгән машинаһы менән алына. Снарядтар, боеприпастар ташый, Мәскәү, Литва, Берлинғаса барып етә. Уның: «Дошман пуляһы баш осонан көнө-төнө осоп торҙо», – тип һөйләгәне иҫтә ҡалған.
Үкенескә ҡаршы, ҡан ҡойғос һуғыш юғалтыуҙарһыҙ булмай. Бик күп ауылдаш олатайҙар яу яланында ятып ҡалды, шул иҫәптән атайымдың бер туған ағаһы Сынбулат олатай ҙа хәбәрһеҙ юғалған.
Ниндәй генә аяуһыҙ, ҡаты һуғыш юлы үтһәләр ҙә ветеран олатайҙар беҙгә ипле, бик яҡшы мөнәсәбәттә булдылар. Ишмөхәммәт олатайҙың улы Фәтих ағай Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлап ҡайтты. Ул белем биреп кенә ҡалманы, спортҡа һөйөү тәрбиәләне, шахмат уйнарға өйрәтте, буш ваҡыттар табып тәбиғәткә алып сыҡты.
Шәрифйән олатайҙың улы Юлай ағай Сибай педагогия училищеһын тамамлап мәктәптә уҡытты, баянда уйнап, йыр дәрестәрен алып барҙы. Зәйнетдин олатайҙың ҡыҙы Миңзәлә апай Өфөлә физика-математика факультетын тамамлап ҡайтты, шулай уҡ Ф.Ғәскәров ансамбленә бейеү түңәрәгенә йөрөгән. Ул дәрестән һуң беҙгә матур бейеүҙәр һалды, сәхнәлә нисек үҙебеҙҙе тоторға, тәүге тыпырҙаҡты өйрәтте. Шулай уҡ Ләлә Хәйретдин ҡыҙы менән мәктәп хорында йырлатып, смотр-конкурстарға әҙерләнеләр.
Йылдар үтә торҙо, ҙур ғаиләле олатайымдар балаларын үҫтереп, матур туйҙар үткәрҙеләр. Пар аттарҙа ҡоҙалар килер ине. Саналарҙа атҡа ҡот тағып, матур таҫма, яулыҡ бәйләйҙәр, ҡапҡаға
Сынбулатовтар нәҫеле ҡаһармандарыҡыҙыл флаг элеп ҡуялар ине. Беҙ, бала-сағалар ҙа, ҡоҙаларҙы ҡаршы алған саҡта ихлас шаярып, араларында йөрөнөк. Еңгәй бүләге алыуҙар йәки апайҙы оҙатҡанда еҙнәй һибеп киткән аҡса, кәнфит йыйыуҙар бер ҡасан да онотолмай.
Тыныс тормош бүләк иткән хөрмәтле ветеран олатайҙар ҡапҡаһына ҡатып ҡуйылған ҡыҙыл йондоҙ әллә ҡайҙан ялтырап торҙо.
Күршебеҙ, һуғыш ветераны, мәктәп директоры Әбдрәхмән Ғәни улы Әбүбәкиров тарих дәресен алып барҙы, икенсе ветеран мәктәптә хужалыҡ мөдире булды, өсөнсөһө ат менән көн дә мискәләрҙе оҙон арбаға һалып урамдан баҫыуҙағы комбайн һәм тракторҙарға һыу ташыр ине. Зәйнетдин олатай семәрле тәҙрә, ишек яҡтары, ҙур ҡапҡалар яһаған балта оҫтаһы булһа, Шәрифйән олатай умартасы булды. Ул Зарифа инәй менән һуғышта бергә булғандар. Ике ул үҫтереп, «Һуғыш ветераны» тигән балҡып торған йондоҙло өйҙә йәшәнеләр.
Рәхмәт һеҙгә, беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ! 80 йылға яҡын тыныс тормошта ҡайғы-хәсрәт күрмәй тыныс йәшәнек. Мәңгелек йоҡоларығыҙ тыныс булһын, беҙ һеҙҙе онотмайбыҙ.
Әлмирә Юлдашбаева.
Аҡъяр ауылы.
Байрам