Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
14 Май 2025, 12:11

Шанлы йылдар уҙаманы

-

Был яҙмам лайыҡлы хеҙмәт һәм тормош юлы үткән абруйлы хеҙмәт ветераны, һуғыш осоро быуыны Рамаҙан Юнысов тураһында булыр. Ул балаларына матур тәрбиә биреп, өлгөлө ғаилә башлығы булыуы менән туғандары һәм ауылдаштары араһында ихтирам ҡаҙанған ир-уҙаман.

Рамаҙан Саҙретдин улы 1933 йылдың 3 мартында хозур тәбиғәтле Һаҡмар-Наҙарғол ауылында донъяға килә.
–Бала һәм үҫмер сағыңда күңелеңде нимә тетрәндерә, башта шул шытып сыға бит. Мине иһә ғүмерем буйына атайымдың яратыуы һәм уны юғалтыу һағышы оҙатып килде. Әгәр ул беҙҙе ныҡ иркәләмәгән булһа, был юғалтыу шул ҡәҙәр ауыр ҙа булмаҫ ине. Юҡ, беҙ етемлек күреп үҫмәнек. Бер кем дә беҙҙе йәберләмәне, ҡаҡманы, үгәйһетмәне. Бары тик ауыр эшкә иртәрәк егелдек. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа еңел эш юҡ та ине. Шул саҡта колхозда һарыҡсылыҡ, йылҡысылыҡ фермаһында эшсе ҡулдар етмәне, шуға күрә 4-се класта уҡығанда уҡ көтөүсе булып эшкә сыҡтым. Хәтеремдә, шул йәй мал аҙығы әҙерләү тулыһынса тиерлек беҙгә, йәш бала-саға иңенә ятты. Ҡул салғыһы менән бесән саба инек. Мал ҡарау, утын әҙерләү, уны бысып- ярыу – барыһы ла малайҙар иңендә булды. Атайыбыҙ кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарған саҡта һәләк булған. Әгәр атайҙы юғалтмаһаҡ, яҙмышыбыҙ икенсерәк булыр ине. Әсәйем йәшләй генә тол ҡалды, беҙгә уҡыу эләкмәне, хәйер, ундай ғаиләләр ауылда күп булды. Колхоздың бөтә ауыр эше ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға ҡулында ине, – тип хәтер йомғағын һүтә башланы Рамаҙан Саҙретдин улы.
Ҡәһәрле һуғыш йылдарынан һуң да, еңел булмай шул. Рамаҙан Юнысов бәләкәйҙән аслыҡ-яланғаслыҡты үҙ иңендә татый. Бер йылы үҫкән игенде йыйып өлгөрмәйҙәр һәм ул ҡар аҫтында ҡала. Ике туған апаһы Сәбилә, еңгәһе Сәғиҙә һәм уның балаларын ярҙамынан ташламай. Шулай аслыҡ осоронда, яҙ етеп ҡар иремәҫ элек, бүрткән ағыулы арпа йыйып алып ҡайтып, ас балаларына өйрә бешереп ашатҡан да, әсәйҙәре эшкә киткән. Бикәсе Сәбилә өйгә ҡайтып инһә, 4 бала ла ағыулы өйрә ашап, ауырып ятҡан. Йәһәт кенә ҡатыҡ эсереп, ҡустыларын һәм бәләкәс һеңлеһен ҡотҡарып ҡалған. Ул ваҡыттарҙа өй беренсә йәш бала-саға ағыуланып ҡырылған булған. Унан һуңғы йылдарҙа ла ҡыҙылса ауырыуы көсәйеп, балалар күпләп үлгән.
Шанлы йылдар уҙаманы
Был яҙмам лайыҡлы хеҙмәт һәм тормош юлы үткән абруйлы хеҙмәт ветераны, һуғыш осоро быуыны Рамаҙан Юнысов тураһында булыр. Ул балаларына матур тәрбиә биреп, өлгөлө ғаилә башлығы булыуы менән туғандары һәм ауылдаштары араһында ихтирам ҡаҙанған ир-уҙаман.
Унынсы тиҫтәһен ҡыуалаған мәҡәләм геройының оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хәтер-зиһене яҡшы, асыҡ аҡыл һәм йәшәүгә ынтылыш һаҡлап ҡалған. Еңел булмаған хеҙмәт биографияһын бик яҡшы хәтерләй.
Рамаҙан Саҙретдин улы 1949 йылда Һамар механизаторҙар курсында уҡып, ҡулына таныҡлыҡ алғас, колхозда тракторсы булып эш башлай. Техниканы ла ярата, тимер эшенә лә әүәҫ була. Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү башланғас, ең һыҙғанып эшкә тотона, урман эшен дә үҙ итә. Үҫмер саҡтан тәбиғәт ҡосағында үҫкән егет бер ерҙә лә баҙап ҡалмай. Оҙаҡ йылдар алдынғылар рәтендә эшләй һәр кеше менән уртаҡ тел таба белә, барыһын да тиң күрә. Ҡайҙа ғына ҡушһалар ҙа эшен еренә еткереп башҡара һәм башҡаларҙан да шуны талап итә.
–Яҙға табан Һаҡмар йылғаһы аша кәбән бесәнен һөйрәтеп килгәндә боҙ уйылып китеп йылғаға төшөп киттек. Әммә юғалып ҡалманыҡ, күмәкләшеп 3-4 трактор бесәнде фермаға һөйрәтеп алып ҡайттыҡ, – ти эшләгән йылдарын иҫкә алып Рамаҙан Юнысов.
Рамаҙан Саҙретдин улының фиҙәҡәр хеҙмәте етәкселек тарафынан лайыҡлы баһалана. Бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, күкрәгендәге орден-миҙалдары уның намыҫлы хеҙмәте хаҡында һөйләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас та эшен дауам итә ул. Тыуған еренән көс алып, халҡы, етеш тормош өсөн көндө-төнгә ялғап эшләгән осорон ул һаман да күңел түрендә матур хәтирәләр итеп һаҡлай.
1958 йылда Сик ауылы ҡыҙы Хәлимә менән ғаилә ҡоралар. Йорт һалып, ҡатыны менән йылы мөнәсәбәт булдырып, хәстәрлекле атай, абруйлы ғаилә башлығы булып ғүмер итә. 4 улға һәм 2 ҡыҙға ғүмер бирәләр. Балалары Юлай, Рәшит, Әлфиә, Зәки, Нурия, Рәжәп ата-әсәһенә оҡшап, татыу ғаилә ҡороп, етеш тормошта йәшәйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаты ауырыу сәбәпле, Хәлимә еңгәй иртәрәк вафат булды. Ул алсаҡ йөҙлө, йорттоң ҡото, уңған хужабикә булды. Матурлыҡты яратты, йорт тирәһен тултырып сәскә үҫтерҙе, аш-һыуға ла оҫта ине. Рамаҙан ағай менән ишле мал-тыуар аҫранылар, ҡош-ҡорт тоттолар, ваҡыттарын бер ҙә бушҡа уҙғарманылар.
–Һәр саҡ тамағыбыҙ туҡ, өҫтөбөҙ бөтөн булды. Атай йәмәғәт эшенә лә ваҡыт таба ине. Ниндәй генә эш йөкмәтһәләр ҙә һәр эште күңел биреп, еренә еткереп башҡарҙы. Профком, ауыл советы депутаты, яҡшы ойоштороусы ир-уҙаман, ҡартатай һәм өләсәй булыу бәхетен дә татыны ҡәҙерлеләребеҙ, – тип һүҙгә ҡушылды күптән түгел махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтҡан өлкән улы Юлай хәҙрәт.
“Әле Юнысовтар нәҫелен дауам итеүсе егерменән ашыу ейән-ейәнсәр, бүлә-бүләсәр бар”, – тип ҡыуана балалары.

«Ғаиләбеҙҙә бер-беребеҙгә ихтирам һәм яратыу, ярҙамсыллыҡ, татыулыҡ сифаттары хөкөм итте. Атайыбыҙ ҡалдырған ошо мираҫтың ҡәҙерен беҙ йәшәй-йәшәй төшөнә барҙыҡ. Һәр беребеҙ эйәле-башлы булып, үҙ ғаиләләребеҙ менән тыуған ерҙән алыҫҡа китмәйенсә “Һаҡмар” колхозында намыҫлы хеҙмәт иттек. Үҙ еребеҙҙең олтаны булып тормош йөгөн тырышып тарттыҡ», – тип күңелендә уйылып ҡалған хәтирәләре менән уртаҡлашты Рамаҙан Саҙретдин улы.
Рамаҙан Саҙретдин улы бөгөн оло улы Юлай тәрбиәһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Улдары һәм ҡыҙҙары атайҙарын ҡәҙер-хөрмәттән, иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайҙар.

Фатима Ҡоҙабаева.
Аҡъяр ауылы.

Автор: Разиля Байгускарова
Читайте нас