Байрам Еңеү парадынан башланды. Ул йылдағыса байрамдың иң сағыу күренешенә әйләнде. Барса халыҡ парадты ҡарарға ашыҡты. Көтмәгәндә аяҙ күкте болоттар ҡаплап, күк күкрәп, йәшен йәшнәп ҡойма ямғыр яуа башлаһа ла, парадта ҡатнашыусылар лайыҡлы үтте. Айырыуса бында балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәрен билдәләп үтергә кәрәк. Кескәйҙәрҙең стройҙан сыҡмай аҙаҡҡаса барып етеүҙәре маҡтауға лайыҡ. Парадта бөтәһе 600-гә яҡын кеше, 30 берәмек техника, 28 парад иҫәпләүҙәре ҡатнашты. Артабан беҙҙең бәхетле киләсәк өсөн башын һалған һәм яуҙан еңеү менән ҡайтҡан ҡаһарман фронтовиктар иҫтәлегенә ҡуйылған "Еңеү һалдаты" янында митинг үтте. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һуғыш ветеранын, тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш осоро балаларын байрам менән тәбрикләп:
-Еңеү көнө беҙҙең өсөн иң изге һәм тантаналы байрам. Беҙ был шанлы йылдар тураһында хәтерҙе һаҡларға һәм киләһе быуындарға еткерергә бурыслыбыҙ. Беҙ һуғыш ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәренә фронтта һәм тылда күрһәткән ҡаһарманлыҡтары, фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һуғыш осоронда 7 меңдән ашыу яҡташыбыҙ фронтҡа оҙатылған. Уларҙың яртыһы тиерлек фронтта һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған. Хәйбуллалар һуғыштың бөтә хәл итерлек алыштарында ҡатнаша. Ҡаһарманлыҡ өсөн 5 меңдән ашыу ашыу яугир дәүләт наградалары менән бүләкләнә. Яҡташыбыҙ Ҡәйүм Әхмәтшин иң юғары награда – Советтар Союзы геройы исеменә лайыҡ була. Бөгөн беҙҙең арала фронтовик-еңеүсе Фәтхулла Юламанов. Ветеранға бөтә хәйбуллалар исеменән ҡаһарманлыҡ, һуғыштан һуңғы йылдарҙағы хеҙмәт юлы өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙ атай-ҡартатайҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Улар беҙ бәхетле һәм тару йәшәһен өсөн барыһын да эшләгән. Уларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Әле Ватанға хеҙмәт итеүҙең данлы традицияларын лайыҡлы дауам итеүселәргә ихтирам менән ҡарайбыҙ. Бөгөн яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашып, тыуған илебеҙ мәнфәғәттәрен ҡыйыу яҡлай. Уларҙың тиҙерәк еңеү менән имен-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Хәйбулла районында 1 фронтовик, 39 тыл хеҙмәтсәне, 9 ветерандың тол ҡатыны, 567 һуғыш осоро балаһы йәшәй. Улар ҡаһарманлыҡ, намыҫ, ихтыяр көсө, фиҙаҡәрлек өлгөһө. Барығыҙҙы ла Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлайым, һаулыҡ, ғаилә именлеге, аяҙ һәм тыныс күк йөҙө теләйем, - тине ул. Артабан Рөстәм Динислам улы байрамдың төп ҡунағы - берҙән-бер фронтовик Фәтхулла Юламановҡа “Хәйбулла районының почетлы гражданы” тигән таныҡлыҡ тапшырҙы.
Башҡортостан Республикаһының торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Илдар Насыров та хәйбуллаларҙы байрам менән тәбрикләп үтте.
- Бөйөк Еңеү тураһында хәтерҙе киләсәк быуындар йөрәгендә һаҡлау беҙҙең бурыс. Еңеү көнө быуындарҙы берләштереүсе байрам. Беҙ тарихты хәтерләйбеҙ һәм уның менән ғорурланабыҙ. Республика халҡы Бөйөк Ватан һуғышының бөтә фронттарында ла алышаа. 200 меңдән ашыу яугир орден-миҙалдар менән наградлана. 278 кеше Советтар Союзы геройы исеменә лайыҡ була. 47 кеше Дан орденының тулы кавалеры була. 112-се башҡорт атлы кавалерия дивизияһы айырыуса ғорурлыҡ тойоғоһо уята. Бөгөн һуғыш ветераны Фәтхулла Юламановҡа һәм бөтә тыл хеҙмәтсәндәренә рәхмәт белдерәбеҙ. Әле Рәсәй армияһы махсус хәрби операцияла ҡатнашып, ата-бабаларының данлы традицияларын дауам итә. Тыуған илебеҙ һағына тороусы яугирҙар менән ғорурланабыҙ. Барығыҙҙы ла Еңеү көнө менән, - тине ул.
һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының район ойошмаһы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова ла хәйбуллаларҙы Еңеү көнө менән ҡотлап үтте.
Митингта ҡатнашыусылар һәйкәлгә веноктар һәм сәскәләр һалды һәм яу яланында тыуған илебеҙ азатлығы өсөн башын һалғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды.
Үлемһеҙ полк сафта
Ҡапыл яуып үткән ямғырҙан һуң, көн ҡабат йылытып ебәрҙе һәм ергә яҙ ҡояшы үҙенең нурҙарын йәлләмәй өләште. Сағыу төҫлө шарҙар, флагтар, иң мөһиме –Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөш интергән атай-ҡартатайҙарының фотоһүрәттәрен тотҡан һәм байрамса кейенгән, йөҙҙәрендә йылмайыу нуры балҡытып, күтәренке кәйеф менән йәше-олоһо "Үлемһеҙ полк" сафына баҫты. Улар ҡулындағы Еңеү һалдаттарының фотоһүрәттәрен юғары күтәреп, оло ғорурлыҡ менән район үҙәге урамдары буйлап үтте.
Артабан байрам ял һәм мәҙәниәт паркында бай йөкмәткеле концерт менән дауам итте. Теләге булған һәр кем шулай уҡ байрам барышында һалдат бутҡаһын ауыҙ итте.
Тәьҫораттар:
Салих Латыпов, Аҡъяр ауылы:
-Атайым Яхъя Абдулхаҡ улы 1944 йылда яу яланында һәләк булған. Ҡыҙғаныс ҡаршы, миңә уны күрергә һәм атай тип әйтергә насип булманы. Атайым һуғышҡа киткәс, 1941 йылда донъяға килгәнмен. Бөгөн байрамға уның портретын тотоп сыҡтым һәм “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнаштым. Илебеҙ тыныс булһын, йәштәр ҡайғы-хәсрәт күрмәһен.
Ғәле Рәхмәтов, Аҡъяр ауылы:
-Атайым яғынан ҡартатайым Фәйзрахман Рәхмәтов тыуған ил именлеге өсөн һуғышта башын һала. Ә әсәйемдең атаһы Нәбиулла Тапаҡов Берлинға саҡ ҡына барып етә алмай, яраланып ҡайта. Ул 1992 йылда вафат булды. Ҡартатайҙарымдың яу юлы һәм ҡаһарманлығы менән ғорурланам. Байрамға икеһенең дә портретын тотоп сыҡтым. Ҡарт ҡарталарының батырлыҡтары тураһында балаларыма ла һөйләйем. Бөйөк Еңеү көнө беҙҙең өсөн оло байрам. Бөгөн дә илебеҙ тыныс түгел. Махсус хәрби операция тиҙерәк тамамланып, ир-егеттәр тыуған яҡтарына имен-һау ҡайтһындар.
Гөлсәсәк Әлибаева, Өфө ҡалаһы:
-Совет осоронда тыуып үҫкән быуындың һәр береһе өсөн Еңеү көнө - иң бөйөк байрам. Бала саҡтан был байрамдың мөһимлеген белеп үҫтек. Мәктәптә концерттар ойоштороп, ҡартатай-ҡартәсәйҙәрҙе саҡыра инек. Әле лә балаларҙы патриотик рухта тәрбиәләү дауам итә. Ҡартатайҙарым Әхмәткирәй Әлибаев һәм Усман Мәмбәтов менән ғорурланам. Улар дошманға ҡаршы йән аямай көрәшкән. һәм беҙгә яҡты киләсәк бүләк иткән.
Тәнзилә Әхмәтова, Өфө ҡалаһы:
-Мәмбәт ауылында тыуғанмын, 37 йыл уҡытыусы булып эшләнем. Үҙемә 80 йәш, һуғыш осоро балаһымын. Еңеү байрамын тыуған яғыма ҡайтып билдәләй һәм атайымдың портреты менән “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнаша алыуыма сикһеҙ шатмын. Беҙгә матур тормош бүләк иткән атайыма һәм барлыҡ һуғыш ветерандарына рәхмәтлемен. Йәштәр иҫән-һау булһындар, барыбыҙға ла тыныс тормош теләйем.