Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
14 Май 2025, 15:26

Фронтовик дуҫтар

-

Фронтовик дуҫтар
Фронтовик дуҫтар

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға, Бөйөк Еңеү көнөнә 80 йыл ваҡыт үтеп китһә лә, уның шаңдауы бөгөнгө көндә лә яңғырай. Бер нимә лә онотолмай, бер кем дә онотолмай. Һеҙҙең ихтибарға мин ғаиләбеҙҙә ҡәҙерләп һаҡланған тарихи фото тәҡдим итмәксемен. Был фотола һуғыш бөтөп 35 йыл ваҡыт үткәндән һуң осрашҡан ветерандар. 80-се йылдар тирәһе. Фотола Танһыҡҡужа Дәүләтбаев, Мөхәмәтғәле Юлдашбаев һәм минең атайым Ишмөхәмәт Мостафин. Бына шулай өс фронтовик һуғыш ваҡытында осрашып дуҫлашҡандар ҙа инде.

         Атайым 1936-1938 йылдарҙа армия сафтарында, ул ваҡытта РККА тип аталған була, хеҙмәт итеп ҡайта. 1944 йыл һуғыш башланғас та, армия сафында йөрөп ҡайтҡандарҙы иң тәүгеләрҙән йыйып алып киткәндәр. Ир егеттәрҙе Йылайыр районы Юлдыбай ауылында 2-3 быуа йыйып, Сара станцияһы аша Алкиноға алып баралар. Унда йыйыу пункты, госпиталь була. Беҙҙең атай сығышы менән Йылайыр районы Мәҡсүт ауылынан, ни бары 3 класс ҡына бөткән була. Йыйыу пунктында теҙелешеп торғанда дуҫы: «Һораһалар, уҡыным тип әйт» - тигән. Уҡығандарҙы айырым төркөмдәргә йыйған булғандарҙыр.

Алкинола уҡытып, бөтөн яҡтан әҙерләйҙәр һәм Япон сигенә оҙаталар. Фотолағы өс ветеран да һуғыш бөткәнсе Япон сигендә һаҡта торғандар. Һуғыш бөттө тигән хәбәр килгәс тә, тиҙ генә ҡайта алмағандар. Тыуған яҡтарына 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайталар.

Һуғыштан һуң да Танһыҡҡужа ағай, Мөхәмәтғәле ағай һәм атайым хәр сағ осрашып, ғаиләләре менән аралашып йәшәнеләр. Атайым менән әсәйем ағайҙарҙҙы инәйҙәр менән бергә Мәҡсүт ауылына саҡырып ҡунаҡ итеп ҡайтарғандар. Ул ваҡытта атайҙар бал ҡорто тоттолар, бейә һауҙылар. Шулай улар һуңғы көнгәсә дуҫ булып ҡалдылар.

Фотола 1979-1980 йылдар тирәһе, Мөхәмәтғәле ағай фронтташ дуҫтарын ғунаҡҡа саҡырған мәл.

Бына шулай ҡәҙерлеләребеҙҙең иҫтәлеккә төшкән фотолары ғына ҡалды. Беҙ һеҙгә баш эйәбеҙ. Бөгөнгө көндә лә дошмандарҙан беҙҙең илде һаҡлар өсөн киткән күпме егеттәребеҙ баштарын һала. Эй Хоҙай тыныслыҡ бир инде.

 

                                                                           Йомабикә Әбсәләмова.

                                                                           Аҡъяр ауылы

Автор: Разиля Байгускарова
Читайте нас