Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
14 Май 2025, 15:34

Атай кәрәк балаларға, юл күрһәтер өсөн бәхеткә

-

Ҡайным Ғаяз Әбделмәнов 1914 йылда Әбеш ауылында тыуған. Ата-әсәһен «халыҡ дошмандары» тип ҡулға алалар һәм Йылайыр төрмәһенә ябалар, уларҙың артабанғы яҙмыштары билдәһеҙ.
Ғаяз Аллаяр улы белем усағында балалар уҡыта, Темәс педагогия училищеһын ситтән тороп тамамлай. 1934 йылда Әбеш мәктәбенә Көйөргәҙе районы Тимербай ауылы ҡыҙы, йәш уҡытыусы Мәүжүдә эшкә килә. Күп тә үтмәй йәш педагогтар ғаилә ҡора. Һуғыш башланыуға ҡарай Әбделмәновтар өс балаға ғүмер бүләк итәләр. 1941 йылда ҡайным фронтҡа киткәндә өлкән ҡыҙҙары Ленаға — 5 йәш, Илдусҡа — З йәш, ә кеселәре Илшатҡа ни бары 4 ай ғына була.
Сталинград өсөн үлемесле алышта ҡатнаша, ә 1943 йылда ҡаты яралана. Госпиталдә дауаланып, төҙәлеп яңынан фронтҡа китә. Немец илбаҫарҙарын Днепр ярҙарына тиклем ҡыуыуҙа ҡатнаша. Икенсе яраланыуҙан һәм контузия алғандан һуң демобилизациялана. «Сталинградты обороналаған өсөн», «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән наградлана.
1944 йылда БАССР Мәғариф министрлығы уны Көйөргәҙе районы Ира ауылы балалар йортона директор итеп тәғәйенләй. Ошо арала Әбделмәновтарҙың ғаиләһе тағы ике ҡыҙға ишәйә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатыным Наиләгә 8 йәш, балдыҙым Әнүзәгә 6 йәш тулғанда әсәләре мәрхүм була. Балаларҙы өләсәләре ҡарай. Аҙаҡ Ғаяз Аллаяр улы балаларын һәм ҡәйнәһен тыуған ауылы Әбешкә алып ҡайта. Ә 1954 йылда ул яңынан өйләнә. Икенсе ҡатыны ире – һуғыш инвалидын һәм балаларҙы хәстәрләүгә бөтә көсөн һала. Ҡайным ете йыллыҡ башҡорт мәктәбендә уҡыта. Тиҙ арала ауылда һәм мәктәптә абруй ҡаҙана: уны ауыл советы депутаты һәм мәктәп партия ойошмаһының секретары итеп һайлайҙар.
Ниндәй генә ауырлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, Ғаяз Әбделмәнов ғәзиздәрен балалар йортона урынлаштырмай, ә киләсәк тормошта йәштән үк үҙаллы йәшәү күнекмәләрен белә башларға кәрәклеген бик яҡшы аңлай. Ике өлкән балаһы башта Мәләүездә белем ала, ә сығарылыш кластарында Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ мәктәбендә уҡыйҙар. Көҙ бөткәндә былар икәүләп, Һаҡмарҙы ике тапҡыр ялан аяҡ кисеп, 40 саҡрым юл үтеп, Әбешкә атай янына килеп керәләр. Уға: «Ҡыуандыҡта талаптар ҡаты, беҙ өлгәшмәйбеҙ, беҙҙе Аҡъярға күсер», — тиҙәр. Ғаяз Аллаяр улы: «Лена, мә һиңә күнәк, фермала һауынсы булырһың, ә һин, Илдус, анау көрәкте ал, мал ҡараусы булып эшләрһең», — ти. Балалары быға риза булмайҙар һәм уларға Ҡыуандыҡта уҡырға ҡалырға тура килә.
Артабан Лена Өфөлә Башҡортостан ауыл хужалығы институтының иҡтисад, ә Илдус — зоотехния факультеттарын уңышлы тамамлайҙар. Уҡыуҙа яҡшы өлгәшкәне өсөн Ленаны Мәскәүгә Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендәге Башҡорт АССР-ы павильонына гид итеп ебәрәләр, ул шунда Ҡаҙағстан егете, алдынғы сәнәғәтсе Е. Ҡоттобаев менән таАтай
кәрәк балаларға,
юл күрһәтер өсөн бәхеткәнышып, оҙаҡламай йәштәр ғаилә ҡоралар. Тимертауҙа йәшәйҙәр, Лена политехник институтында дәрес бирә. Ғаиләһендә 3 ул үҫтерәләр: Эрик, Рәшит һәм Марат.
Ә Илдус Йылайыр һәм Шаран райондары хужалыҡтарында баш белгес вазифаларын атҡара, «Шаран» совхозының үҙәк бүлексәһен етәкләй. Галина Петровна менән ике ул үҫтерәләр: Сергей һәм Салауат.
Илшат Бүребай мәктәбендә 7-се класты тамамлап, Баймаҡ тау-механика техникумының һәм Мәскәү тау институтының ҡыҙыл дипломдарына эйә була. Силәбе өлкәһендә, ГДР-ҙың «Висмут» комбинатында, Мәскәүҙәге ҙур ғилми-сәнәғәт үҙәктәре, концерн директоры булып хеҙмәт итә. Уранды һәм уның эйәрсен металдарын сығарыуҙың яңы технологияһын уйлап таба. 160 ғилми хеҙмәт, 150 авторлыҡ танытмаһы, 7 монография авторы. Техник фәндәр өлкәһендә кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡланы, Рәсәй тау фәндәре академияһы академигы итеп һайланды. Ҡайнағам миңә шулай уҡ диссертацияларымдың икеһен дә яҡлау менән бәйле Мәскәүгә командировкаларға килгән һайын туғандарса үҙенең өйөндә тотоуын, эшлекле кәңәштәрен мәңге оноторлоҡ түгел. Уның ике ҡыҙы ла юғары белемле: Вероника — геолог, Татьяна инглиз һәм илебеҙҙә һирәк билдәле ирланд телдәрен яҡшы белә.
Буласаҡ тормош иптәшем Наилә Көйөргәҙе районы Ира ауылында бер йыл рус класын уҡып, Әбештә 8-ҙе тамамлай, шунан Йылайырҙа, Илдус ағаһы янында өлгөргәнлек аттестатын алыуға өлгәшә. Мәскәүҙең С. Орджоникидзе исемендәге Геологоразведка институтына уҡырға инеп, гидрогеолог һөнәрен үҙләштерҙе. Мин аспирантурала уҡығанда 1968 йылда өйләнештек. Мәскәүгә туйыбыҙға инәйемде һәм ҡайнымды саҡырып алдыҡ. 1970 йылда Өфөгә ҡайттыҡ. Наилә Башҡортостандың һәм Көнбайыш Себерҙең ҡатмарлы объекттарында уңышлы эшләне.
Бәләкәстәре Әнүзә лә шуға оҡшаш юл үтте. Әбеш мәктәбен бөткәс, Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамланы. Юлдыбай һәм Аҡъяр һөнәрселек училищеларында – директор урынбаҫары, 1-се Аҡъяр урта мәктәбе директоры, РОНО инспекторы вазифаларын башҡарҙы. «РФ халыҡ мәғарифы отличнигы» билдәһе менән наградлана. Ире райком секретары Салауат Рәхмәтуллин менән бер малай менән бер ҡыҙ үҫтерҙеләр. Улдары Азат — Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты, спорт мастерына кандидат, һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары булып эшләне, бөгөнгө көндә – Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталенең баш табибы. Ҡыҙҙары Гөлназ да медицина тармағын һайлаған – ул юғары белемле күҙ ауырыуҙары табибы.
1967 йылда ҡайным Ғаяз Аллаяр улына «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелә. 1978 йылда һуғыш ветераны вафат булды. Бөтә етем ҡалған балаларының уңыштарына аталарының тайпылышһыҙ аҡыллы тәрбиәүи алымдары алып килгән, тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙ. Уның тураһында хәтер быуындан-быуынға тапшырыласаҡ.
Эрнст Юлбарыҫов.
Өфө ҡалаһы.

Автор: Разиля Байгускарова
Читайте нас