Быйыл Совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында еңеүенә 80 йыл тула. Дәһшәтле һуғыш тамамланыуға бик күп йылдар үтһә лә, уның шаңдауы һаман да онотолмай. Ололар һөйләүенсә, әллә күпме ҡорбандар, ҡанҡойош менән яуланған бөгөнгө тормош еңел бирелмәгән. Ҡартатайым Лоҡман Сөләймән улы Байғусҡаров та һуғыш ветераны. Уның хәрби хеҙмәт юлы беҙгә өлгө.
Ҡартатайым 1925 йылдың йәмле йәйендә Һаҡмар һәм Йылайыр йылғалары ҡушылған ерҙә, хозур тәбиғәтле Аҡъюл ауылында тәүге бала булып донъяға килә. Аҡъюл ете йыллыҡ мәктәбен уңышлы тамамлай. Уҡыуҙан тыш, колхоз эшендә лә, йорт-ҡура ла булышырға ла, йәй көндәрендә бесән сабышырға, баҫыуҙа ат менән ололарға ярҙам итергә лә өлгөрә. Артабан белем алыу теләге көслө булһа ла, уның хыялы тормошҡа ашмай ҡала. Күп тә үтмәй Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ауылдан бик күп ир-егеттәр фронтҡа алына. Ҡартатайым йәше етмәһә лә үҙен һуғышҡа алыуҙарын һорап, хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә. Йәш егеттең теләгенә ҡаршы килмәйҙәр һәм ул 1943 йылда фротҡа повестка ала.
Алкино ҡасабаһында бер нисә ай әҙерлек курсы үткәндән һуң, 141-се уҡсылар дивизияһына оҙатыла. Ленинград өлкәһе Балтик буйы фронтында хеҙмәт юлын башлай. Совет ғәскәрҙәре менән берлектә немецтарҙың төньяҡ төркөмө атакаларын кире ҡағып, Ленинградҡа китеүсе МГА-Киршин юлын асалар.
Ҡартатайым хеҙмәт иткән ғәскәр Ленинградты обороналауҙа ҙур көс һала. Ул ҡыйыу уҡсы яугир була. Күп кенә яуҙарҙа дошмандарҙан азат итәләр, әммә Берлинға барып етергә тура килмәй. Тирә-яҡта ғәрәсәт ҡуба, бер-бер артлы бомбалар шарлай, һалдаттар ҡырыла. Үҙ-үҙҙәрен бер генә лә аямай улар, тик алға ынтылалар. “За родину! За Сталина!” - тип утҡа ташлана ҡартатайым. Көслө шартлау ваҡытында снаряд ярсығы тейеп, ҡаты яралана һәм госпиталгә оҙатыла. Аяҡһыҙ ҡала яҙған, сәләмәтлеге ҡаҡшап, ҡан баҫымы юғары күтәрелеп, ауыр хәлдә хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип һуғыштан ҡайтаралар.
Ҡайтҡас Темәс педагогия училищеһында уҡып, Аҡъюл ете йыллыҡ мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. 1951 йылдан балаларға белем бирә. 40 йыл хеҙмәт стажы. Ҡартатайыбыҙҙың шөғөлдәрен һанап бөткөһөҙ. Ул оҫта ҡуллы, алсаҡ, кешеләр менән аралашыусан була. Бихисап Маҡтау ҡағыҙына, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ була, ял йортона юлламалар менән бүләкләнә. Ҡартатайымдың фронттағы ғына түгел, һуғыштан һуңғы тормошо ла үҙе ҙур батырлыҡ.
Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән ҡартатайыбыҙ Лоҡман Сөләймән улы менән ғорурланабыҙ. Ул күрһәткән батырлығы өсөн “Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә. Ҡәҙерле ҡартатайыбыҙ вафат булғас ҡына Дан ордены һәм һәр юбилей миҙалдары килде. Ул фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн хеҙмәт ветераны булып танылды.
Беҙгә тыныс тормош бүләк иткән ҡартатайыбыҙҙың ҡаһарманлығын онотмайбыҙ, уның тормош һәм хеҙмәт юлы менән ғорурланабыҙ.
Ларина Ҡоҙабаева.
Аҡъяр ауылы.