Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
9 Май 2025, 16:57

80-се Еңеү яҙы

Район халҡы Бөйөк Еңеү байрамын киң билдәләне

80-се Еңеү яҙы
80-се Еңеү яҙы

Байрам Еңеү парадынан башланды. Ул йылдағыса байрамдың иң сағыу күренешенә әйләнде. Барса халыҡ парадты ҡарарға ашыҡты. Артабан беҙҙең киләсәк өсөн башын һалған һәм яуҙан еңеү менән ҡайтҡан ҡаһарман фронтовиктар иҫтәлегенә ҡуйылған “Еңеү һалдаты” янында митинг үтте. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Юламановҡа Хәйбулла районының почетлы гражданы исеме бирелде. Был ваҡиға Ватаныбыҙҙы яҡлағаны һәм еңеүгә индергән өлөшө өсөн тәрән ихтирам һәм рәхмәт символына әүерелде. Ветерандың тормош тәжрибәһе һәм абруйы йәш быуынға өлгө булып тора.

Байрамда ҡатнашыусылар “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашты. Һәр кем атаһы йәки ҡартатаһының портретын тотоп, урамдар буйлап үтте. 

Байрам район үҙәгенең ял һәм мәҙәниәт паркында бай йөкмәткеле концерт менән дауам итте. Теләге булған һәр кем шулай уҡ байрам барышында һалдат бутҡаһын ауыҙ итте.

Автор: Разиля Байгускарова
Читайте нас