Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
7 Май 2025, 15:28

Еңеү өсөн рәхмәт, ветеран!

“Башҡа бер ҡасан да һуғыш булмаһын”, – тип теләй Аҡъяр ауылынан берҙән-бер һуғыш ветераны Фәтхулла Юламанов.

Еңеү өсөн рәхмәт, ветеран!
Еңеү өсөн рәхмәт, ветеран!

Аҡъяр ауылынан 101 йәшлек һуғыш ветераны Фәтхулла Юламанов 18 йәшендә генә Ватанын фашист илбаҫарҙарынан яҡларға фронтҡа алынып, сал далалы тыуған еренә 30 йәшендә генә кире әйләнеп ҡайтҡан.

1942 йылда Фәтхулла Юламанов  хәрби әҙерлек үткәндән һуң, 776-сы пехота дивизияһы составында Сталинград өсөн барған һуғышҡа ташлана.

–Сталинградҡа табан беҙҙе йәйәүләп алып барҙылар. Бөтә нәмә емерек, ерҙең аҫты өҫкә әйләнгәйне. Дон аша паромдарға тейәлеп  сығып, оборона тоттоҡ. Ҡаты бәрелештәрҙең береһендә аяғым яраланды, башыма ла бомба ярсығы эләкте. Шулай утлы мәхшәр ваҡытында яралы һалдаттар  дауаланған  ялан госпитале  дошман  ҡулына   ҡалды. Немецтар совет һалдаттарын 2-3 ай тирәһе сусҡа һарайында бикләп тотто,–тип хәтерләй ул ғәрәсәтле мәлдәрҙе ҡарт һалдат.

Суровикино станцияһында уларҙы ҡайҙалыр алып китергә йыйынғандарында совет ғәскәре был ергә күпләп бомба ырғыта. Мәхшәр мәлендә күптәр ҡаса, Фәтхулла ла ике рус егете менән бер машинаға ултырып китә. Русса йүнле һөйләшә лә белмәгән ипле башҡорт егетен юлаусылары ярты юлда ташлай ҙа китә. Украина еренә барып сығып, шунда көндөҙ соҡорҙа йәшенеп ятып, төндә генә йөрөп, серек алма менән тамағын туйҙырған ваҡыттары аҙ булмай уның. Унан уны румын һалдаттары шәйләп алып, самолеттан төшөрөлгән диверсант тип, бер килке яфалай, бер туҡтауһыҙ һорау ала. Тамам хәле бөткән Фәтхулланы бәҙрәф кеүек урында бикләп тоталар. Көнө-төнө иҫтән яҙҙырғансы туҡмайҙар. Шунан уны  лагерға оҙаталар. Унда эргә-тирәләге илдәрҙән кешеләр килеп, тотҡондарҙы үҙҙәренә эшкә һайлап алып йөрөгән. Ат менән эш итә белгән Фәтхулланы итальяндар алып ҡайтып китә. Шулай итеп, ул эшләп тамаҡ туйҙыра, шул мәлдә партизандарға эләгеп китеп, шулар менән 3-4 ай үтеүгә кеше яҙмыштарын пыран-заран килтергән ҡәһәрле һуғыш та тамамлана. Һуғыш бөткәс, шул тирәләге лагерҙарҙа тотҡонда булған 25 меңләп кешене бер урынға йыялар. Шуларҙың меңдән ашыуы ғына Тыуған илгә ҡайтырға теләге булыуын белдерә. Ҡалғандарының да үҙ ерҙәренә бик ҡайтҡыһы килә лә ул, әммә улар, Иосиф Сталиндың «Хәрбиҙәрҙең пленға эләгеүе һәм дошманға ҡорал ҡалдырыу яуаплылығы тураһында»ғы 270-се бойороғо менән яҡшы таныш булғанлыҡтан, был уйҙарынан кире ҡайта. Сөнки ул мәлдә тотҡонлоҡҡа эләгеү Тыуған илгә хыянат итеүгә тиңләнә. Ниндәй генә михнәт күрһә лә, бындай аҙымға бармаған Фәтхулла, ни булһа ла булһын ти ҙә, ҡайтыу яғын ҡарай. Ул бер нәмәне яҡшы белә: үҙ теләге менән дошман яғына сыҡманы, бер ваҡытта ла һатылып, илебеҙгә ҡаршы эш алып барманы. Пленға хәрби алыш мәлендә, яраланып, ҡанһырап ятҡанында эләкте.

Уларҙы Австрияға оҙаталар. Артабан Фәтхулла Чехословакия, Венгрия ерендә хеҙмәт итә. 1947 йылда инде уларҙы Литваға алып киләләр һәм тотҡонға эләккәне өсөн яза биреп, тағы ете йылға Себер тарафтарына ауыр эшкә оҙаталар. Мәңгелек боҙ ятҡан төбәктә ир ҡорона инеп, ҡылмаған гонаһтары өсөн реабилитацияланып, Сталин үлгәс кенә 1953 йылда Аҡъярға ҡайтып төшә.

Фәтхулла Юламанов  Гәүһәр Абдулла ҡыҙына өйләнеп, матур итеп йәшәп китәләр, бер-бер артлы биш балалары тыуа. Мәрхүмә ҡатыны менән улар 58 йылдан ашыу татыу ғүмер итә. Әлеге ваҡытта уҙаман Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булараҡ алған иркен фатирҙа Гөлшат ҡыҙы менән йәшәй.

Ҡартлығы бәхетле ветерандың,  биш балаһы, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәренең  һөйөүенә, ихтирамына солғанып йәшәй. Фәтхулла Әһлиулла улы йәшәгән фатирҙың ишеге ябылмай. Ул һәм ҡыҙҙары, уларҙың балалары һәр ваҡыт янында, унан инде күрше-күлән, таныштары ла ветеран янына инеп һөйләшеп ултырырға ярата.

 

М.Ғәлиева.

Автор: Разиля Байгускарова
Читайте нас