Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
16 Апрель 2025, 13:28

Киләсәк быуындар белһен һәм хәтерләһен!

Юлбарыҫ ауылында ғәрәсәт йылдары шаһиттарын – һуғыш осоро балаларын ҙурланылар

Киләсәк быуындар белһен һәм хәтерләһен!
Киләсәк быуындар белһен һәм хәтерләһен!

Юлбарыҫ ауылында «Һуғыш яралаған бала саҡ» сараһы үткәрелде, ул Хәйбулла районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының «Киләсәк быуындар белһен һәм хәтерләһен!» исемле имиджлы район конкурсы сиктәрендә ойошторолдо.

Рәсәйҙә  Ватанды һаҡлаусылар йылы, Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы уңайынан, шулай уҡ  Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Хәйбулла районының 95 йыллыҡ юбилейына арналған осрашыуға ауыл халҡы, шул иҫәптән һуғыш осоро балалары, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың яҡындары саҡырылды.

 Мәртәбәле сара 1418 көн барған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм тыл хеҙмәтсәндәренең үлемһеҙ батырлығына оло хөрмәт белдереп, бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Эйе, әҙәм балаһы донъяға мәңгелеккә тыумай, шулай ҙа уларҙың арабыҙҙа булмауы үкенес, йәнде ҡыя. 

–Быйыл Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл. Ауылыбыҙҙа һуғыш яугирҙарының береһе лә бөгөн юҡ, ә тылда эшләүселәрҙең аҙаҡҡыһын былтыр һуңғы юлға оҙаттыҡ. Балалыҡтары һуғыш осорона тура килгәндәр ҙә хәҙер 80-90 йәшкә еттеләр. Тап уларҙы осраштырып күрештереү, хөрмәтебеҙҙе күрһәтеү ине бөгөнгө сарабыҙҙың маҡсаты, – ти сараны алып барыусылар.

Осрашыуҙың төп геройҙары – һуғыш осоро балалары Фәриҙә Исламғолова, Мәрйәм Байғужина, Әмир Вәхитов, Килдебай Өмөтбаев, Рәшиҙә Аҡҡужинаға айырым иғтибар бирелде. Һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа улар үҙ иңендә күтәргән ауырлыҡтарҙы, татыған михнәттәрҙе иҫкә төшөргәндә, барыһының да күҙҙәре йәшләнде. Ха­лыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев ошо шиғыр юлдарында хәс тә улар турала әйткән кеүек:

Һуғыш беҙҙе ҡолаҡтарҙан тартып,

Ваҡытынан алда өлгөрттө:

Кистән бала итеп йоҡлатты ла

Таң атыуға инде ир итте...

Әҙәби кисә йыр-моңға, шиғыр һөйләүгә маһир  үҙешмәкәр артистарҙың дәртле лә, һағышлы ла сығыштары менән үрелеп барҙы.   

–Һәр дәүерҙең Ватанын һаҡлап, ҡыйыулыҡ, рухи ныҡлыҡ, тәүәккәллек күрһәткән үҙ батырҙары бар. Махсус операция башланыу менән  иң тәүгеләрҙән булып илебеҙ именлеге һағына  күтәрелгән хәрбиҙәр араһында ауылдаштарыбыҙ ҙа бар. Егеттәребеҙгә тиҙерәк дошманды тар-мар итеп, иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ! Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ булһын! – тип сара ҡунаҡтарын - һуғыш осоро балаларын һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың яҡындарын 80-се Еңеү яҙы менән тәбрикләп, уларға сәскәләр һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы ойоштороусылар.

Тулыраҡ «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенең 16-сы һанына уҡығыҙ.

 

Киләсәк быуындар белһен һәм хәтерләһен!
Киләсәк быуындар белһен һәм хәтерләһен!
Киләсәк быуындар белһен һәм хәтерләһен!
Киләсәк быуындар белһен һәм хәтерләһен!
Киләсәк быуындар белһен һәм хәтерләһен!
Киләсәк быуындар белһен һәм хәтерләһен!
Киләсәк быуындар белһен һәм хәтерләһен!
Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас