Халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында еңеүенең 80 йыллығы яҡынлаша. Был иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы булдырылған юбилей миҙалын бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Әһлиулла улы Юламанов, тыл хеҙмәтсәндәре Факил Саҙрый улы Хәкимов һәм Хәйепйән Мәхмүт улы Бохарбаевҡа район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һәм район ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова тарафынан тапшырылды. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар барыһы ла һау-сәләмәт һәм айырыуса ҙур тулҡынланыу менән еңеүҙең 80-се көнөн көтә. Ветерандарыбыҙға оҙон ғүмер һәм һәләк булған геройҙарға мәңгелек хәтер!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылда Владимир Путин «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл» юбилей миҙалын булдырҙы. Юбилей миҙалы менән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары – хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм үҙ теләге менән ялланғандар, тыл хеҙмәтсәндәре, гетто һәм концлагерҙарҙың элекке бәлиғ булмаған әсирҙәре, СССР Хәрби көстәренең хәрби формированиелары составында һуғышҡан сит ил дәүләттәре граждандары бүләкләнә.