Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
13 Март , 15:23

Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған сара

Мәмбәт ауылы моделле китапханаһында «Ҡартатайым котелогы» исемле театрлаштырылған тамаша үтте.

Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған сара
Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған сара

Мәмбәт ауылы моделле китапханаһында «Ҡартатайым котелогы» исемле театрлаштырылған тамаша үтте.
Был сара Хәйбулла районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының «Киләсәк быуындар белһен һәм хәтерләһен» исемле имиджлы район конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. Быйыл ул Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы, Башҡортостанда Махсус Хәрби Операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларын яҡлау йылына, шулай уҡ Хәйбулла районының 95 йыллыҡ юбилейына бағышлап үткәрелә.
Байрамда Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм күп һанлы әҙәби премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, ырыуҙашыбыҙ Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев, ауылдашыбыҙ, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәмбәтов Исламетдин Ризаитдин улы һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙҙың ғаиләләре ҡатнаштылар.
Сара яуҙа ятып ҡалған ауылдаштар һәйкәленә һәм Мәмбәт ырыуының күренекле шәхестәре иҫтәлеген мәнгеләштергән таҡтаташҡа сәскәләр һалыуҙан башланып китте.
Мәмбәт ауылы күп тармаҡлы клубы фойеһында Мәмбәтов Исламетдин Ризаитдин улының «Һыбайлы һәм ат донъяһы» исемле фотокүргәҙмәһен асыу тантанаһы үтте. Фотокүргәҙмәлә һыбайлы һәйкәлдәр һәм Башҡортостандың күренекле шәхестәрҙең ат менән төшкән фотолары урын ала.
Исламетдин Ризаитдин улы яҡташтарын онотмай: Бөйөк Енеүҙең 75 йыллығына арнап, ауыл тарихын сағылдырған өйҙәге ҡомартҡы фотоһүрәттәрҙән торған күргәҙмә бүләк итһә, 2024 йылда йәш быуынға илһөйәрлек, тәбиғәткә, тарихи ҡомартҡыларға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүсе «Реликт ағастар донъяһы» исемле фотокүргәҙмәне лә ойошторғайны.
Сараның сағыу өлөшө – сәхнәлә - кавалерист, «Ҡыҙыл йондоҙ» ордены кавалеры, Мәскәү, Сталинград ҡалаларын һаҡлаусы, Берлиндан 70 саҡрым Еңеүҙе ҡаршылаусы Ҡыуандыҡов Мирсәйет Шәрәфетдин улының һуғыштан алып ҡайтҡан котелогы тарихы менән «Ҡартатайым котелогы» исемле театрлаштырылған тамаша үтте.
Театралыштырылған тамашаға шиғри һулыш өҫтәүсе Ҡәҙим Аралбай һәр бер ҡатнашыусыға, мәктәпкә , китапханаға китаптар бүләк итте.
Китапханасы Еңеүҙен 80 йыллылығына «Халыҡ хәтере мәнгелек» китап күргәҙмәһе һәм «Көслө рухлылар» китап күргәҙмәһендә махсус хәрби операция геройҙарына арналған китаптар менән таныштырып, Хәйбулла районының ойошторолоуына 95 йыл тулыуы айҡанлы китапханала районыбыҙҙын тарихына, бөгөнгө көнөнә, мәҙәниәтенә, арҙаҡлы шәхестәренә арналған китап күргәҙмәләре менән таныштырып үтте.
Мәртәбәле сарала муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Роза Раузат ҡыҙы Рәсембәтова ҡатнашып матур сара ойоштороусы китапханасы Вилена Дан ҡыҙы Кәиповаға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Тыуған илгә һөйөү, Ватаныңа тоғро булыу, уның мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү һәм кәрәк булһа, ғүмереңде аямайынса, уны һаҡларға әҙер булыу, әҙәбиәтте, шиғриәтте, тыуған яғын һөйөү, рух берлеген иҫбатлатлауы менән һуғарылған ошондай саралар йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиә биреүе менән әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

 

Сығанаҡ: район хакимиәте

Автор:
Читайте нас: