Еңеүгә - 80 йыл
12 Февраль 2025, 07:07

Һуғыш йылдары ауазы

Илебеҙҙә фашистар Германияһын Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерлек барған көндәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп кенә хәрби һәм хеҙмәт наградаларына лайыҡ булған Эдуард Дмитриевич Смирнов тураһында һөйләргә теләйем.

Һуғыш йылдары ауазыҺуғыш йылдары ауазы
Һуғыш йылдары ауазы

Дмитрий Васильевич Смирнов хаҡында бер нисә һүҙ әйтеп үтке килә. 1925-1928 йылдарҙа Урта Азияла баҫмасыларға ҡаршы алыш барғанда атлы эскадрон командиры була. Был эскадронда Башҡортостандан Сәғит Дәүләтҡолов, Йомағужа Торсонбаев, Хәмит Таһиров, Хажмөхәмәт Таулыҡаев, Ғәфүр Бүкәнов (Йылайыр районы), Һиҙиәт Туғыҙбаев, Низам Бохарбаев (Хәйбулла районы), Мөхәмәтйән Сәйетов (Баймак районы), Саяф Гәрәев (Нуриман районынан, политрук) һәм башҡалар була.
«Ҡыҙыл шакал» Ҡоҙоғон һаҡлағанда эскадрон командиры Дмитрий Смирнов һәләк була. «Тринадцать» кинофильмы өсөн сюжет ошо эскадрон тарихынан алына. Батырҙарҙы Ташауаз ҡалаһында ерләйҙәр. Командир үлгәндән һуң, эскадрон һалдаттары уның ҡатыны, эскадрон шәфҡәт туташы Вера Андрееваға улы Эдуардты (уға ул ваҡытта ни бары бер йәш була) тәрбиәләүҙә ярҙамлашалар. Эдуард эскадрон улы булып китә. Аҡъяр ауылы егете Низам Бохарбаев Вера Андреевнаны һәм уның улы Эдуардты Башҡортостанға алып ҡайта.
16 йәше тулғас Эдуард тракторсы булып эшләй башлай. Тырыш егетте бик тиҙ арала күреп алалар һәм уны тиҙҙән тракторсылар бригадаһы бригадиры итеп ҡуялар. Һуғыш осоронда тракторсыларҙың ҡайһы берҙәрен бронь буйынса фронтҡа алмайҙар. Эдуардҡа ла тракторсы булып ҡалырға тәҡдим итәләр, ләкин ул тиҙерәк фронтҡа китеү, яуыз дошманды еңеп ҡайтыу теләге менән йәшәй. Уның хыялы тормошҡа аша, армияға алалар. Орудие тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт итә башлай. Көнсығыш Пруссия өсөн барған алыштарҙа ҡатнаша. Йәш һалдат хеҙмәт иткән артиллерия батареяһы Польшаның Краков ҡалаһын азат иткәндә, немец минометчиктарының көслө уты аҫтында ҡала.
Дошман уты туҡтағас, иптәштәре бер нисә яугирҙың һәм командирҙың, шулай уҡ Эдуард Смирновтың үҙҙәре араһында юҡлығын һиҙеп ҡала. Савельевка ауылынан якташы Михаил Артамонов дуҫын блиндаж емереклектәре араһынан табып ала. Эдуард яраланған һәм контузия алған була. Уны ялан госпиталенә оҙаталар.
Еңеүҙе Австрияла ҡаршылай, тиҙҙән уны танкистар мәктәбенә уҡырға ебәрәләр, артабан хеҙмәтен Төркөстанда дауам итә. Төркөстан хәрби округы ғәскәрҙәре коман диры армия генералы И.Петров уны маҡтау ҡағыҙы һәм «Алдынғы танкист» билдәһе менән бүләкләй. Э.Д.Смирнов тыуған Аҡъяр ауылына 1950 йылдың ноябрендә генә әйләнеп ҡайта һәм уға фронтҡа китер алдынан етәкләгән тракторсылар бригадаһын ҡайтанан ҡабул итеп алырға тәҡдим итәләр. Тыныс тормош башлана. Машина-трактор паркы ҙурая. Баҫыу эштәренең сифаты яҡшыра, һөҙөмтәлә мул уңыш үҫтереп алына. 1990 йылдың ноябрендә Эдуард Дмитриевич Смирновҡа «Хәйбулла районының почетлы гражданы» исеме бирелә.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас