Уның яҙмышы тиҫтерҙәренекенән бер яғы менән дә айырылмай. Аслығын да, етемлекте лә татып үҫеп, 75 йәшендә был яҡты донъянан киткән.
Ә бына уның атаһы Абзал Харис улы Исхаҡов урта хәлле крәҫтиән була. Әсәһе Бәҙеғол Бөрйән ырыуынан, бик һылыу булған, тиҙәр. Бәҙеғол да, Абзал да йырларға маһир булған. Улының да тауышы бик матур була, ләкин ул кешеләр алдына сығып йырларға яратмаған.
Әнүәр ғаиләлә тәүге бала була, уның Абрал һәм Мазһар исемле ҡустылары тыуа. Малайҙар бик иртә етем ҡала. Әсәйҙәре Бәҙеғол ҡаты ауырып гүр эйәһе була. Абзал ҡатынының яҡты донъянан китеүен ауыр кисерә. Ирекһеҙҙән күрше Ҡарамалы ауылынан Зөлҡәғиҙә исемле ҡатынға өйләнә. Ләкин Абзал сабый килеш кенә әсәйһеҙ ҡалған кесе улы Мазһарҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡала алмай.
1930 йылда Абзалдың ғаиләһе Иҫәнгилде ауылына күсеп килә. 1933 йылда Әнүәр Абзал улын ҡулға алалар. Ни өсөн икәнлеген бер кем дә белмәй. 14 йыл буйына Себерҙә һөргөндә була. Әнүәр Абзал улы һәм уның ҡустыһы Абрал үгәй әсә тәрбиәһендә ҡала. Икеһе лә Һамар МТС-ында уҡый. Абрал, ҡаты ауырып, бик иртә вафат була.
1941 йылда Әнүәр Абзал улын армияға, һуңынан һуғышҡа алалар. Ижевск ҡалаһында 6 айлыҡ әҙерлек курсында булғандан һуң, 2-се Украина фронты составында һуғышҡа китә. Орёл, Брянск, Львов, Киев, Краков һәм башҡа ҡалаларҙы азат итеүҙә ҡатнаша.
Еңеүҙе ул Кёнигсберг ҡалаһында ҡаршыӘнүәр
Абзал улы Харисов 1919 йылда Хәйбулла районының Урғаҙа йылғаһы буйында урынлашкан Ҡыҙылташ ауылында донъяға килгән.лай, Освенцим концлагеры тотҡондарын азат итеүҙә ҡатнаша. Әнүәр Абзал улы 1947 йылда ғына тыуған яғына әйләнеп кайта. Ҡатыны Ғәлиә менән 1948 йылда өйләнешәләр. 8 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Беҙ, һуғыштың утлы юлдарын үтеп, Тыуған илде һаҡлауҙа батырлыҡ күрһәткән Әнүәр Абзал улы менән горурланабыҙ. 1941-1945 йылдарҙағы һуғыш афәте бүтәнсә ҡабатланмаһын ине.