Еңеүгә - 80 йыл
30 Ғинуар 2025, 15:29

«Беҙ аҡланыҡ көрәш уттарында Салауаттың нәҫеле булыуҙы...»

Бөгөн ошо юлдарҙың авторы Ленинградты блокаданан азат итеүҙә ҡатнашҡан яҡташыбыҙ Абдулла Вәхитов тураһында һүҙ алып барабыҙ.

«Беҙ аҡланыҡ көрәш уттарында Салауаттың нәҫеле булыуҙы...»«Беҙ аҡланыҡ көрәш уттарында Салауаттың нәҫеле булыуҙы...»
«Беҙ аҡланыҡ көрәш уттарында Салауаттың нәҫеле булыуҙы...»

Герой-ҡала Ленинград өсөн алыштарҙа Башҡортостандан меңәрлә­гән яугир һуғышҡан. Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейы директоры Рәзилә Байғусҡарованың һүҙҙәре буйынса, унда Хәй­булланан 260-тан ашыу кеше ҡатнашҡан, шуларҙың 197-һе һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған йәки яраларҙан үл­гән, ә 12-һе ҡаланың үҙен­дә ерләнгән. «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән 25 яугир бүләклән­гән. Бөгөн шуларҙың береһе – билдәле педагог Абдул­ла Вәхитов тураһында һүҙ алып барабыҙ. Ул ошо ҡан ҡойғос һуғыштарҙың бе­реһе – Ленинград ҡалаһын һаҡлауҙа һәм уны ҡамауҙан азат итеүҙә ҡатнашып, утлы яу юлын Германияла тамам­лай.

Абдулла Шаһивәли улы 1903 йылдың 15 октябрендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусы Юлба­рыҫ ауылында тыуған. Ғәрәп, фарсы, төрки телдәрен бел­гән. Ырымбур башҡорт пе­дагогия техникумын, Өфөлә­ге К.Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институ­тын тамамлаған.

Тыуған ауылындағы башланғыс мәктәптең мө­дире була. Ишембәт, Айы­улы мәктәптәрендә уҡыта. 1934 йылдан Аҡъяр мәктәбе директоры, район мәғариф бүлегендә мөдир, инспек­тор вазифаларын башҡара. Бынан тыш, урындағы фоль­клор, әҙәбиәт һәм топони­мия буйынса мәғлүмәттәр туплай. 1927–1933 йылдарҙа башҡорттарҙың Үҫәргән һәм Түңгәүер ырыуҙары ту­раһында йыйған материал­дарын Өфөләге фәнни-тик­шеренеү институты фондына тапшыра.

1943 йылдың 7 майында Хәйбулла РХК тарафынан саҡырыла. Рядовой, уҡсы булып хеҙмәт итә. Ленинград фронтындағы алыштарҙа ҡатнаша. Ике тапҡыр ярала­на, госпиталдәрҙән сыҡҡас та йәнә алғы сафтар рәтен­дә һуғыша.

Көндөҙ Ленинград дош­мандың алыҫтан атыусы артиллерия орудиеһы­ның өҙлөкһөҙ утына ду­сар булған, ә төндә фа­шистарҙың самолеттары ҡалаға бер туҡтауһыҙ бом­балар яуҙырған. Абдулла­ның яуҙашы Әмир Моратов хәтерләүенсә, Ленинградты һаҡлауҙа ҡатнашҡан уның полкында байтаҡ ҡына яҡташтары, улар араһын­да ҡурайсы Ишҡәле Дил­мөхәмәтов та булған. Бер ваҡыт ул хеҙмәттәштәре менән бергә һаҡлаған блин­дажға полк комиссары һәм капитан килә.

–Ишҡәле, һиңә хәрби за­дание, – тине башҡортса береһе. – Ҡурайыңды ал да әйҙә беҙҙең менән.

Ул Абдулла Вәхитов булып сыға. Улар бергәләп еме­релгән йорттоң 3-сө ҡатына менә, бында балкондарҙың береһендә ҡеүәтле динамик урынлаштырылған була.

–Беҙҙең полкта Башҡор­тостандан егеттәр күп, уларҙың хәрби рухын күтәрергә кәрәк. Хәлеңдән килгәнсе ҡурайҙа уйна. Һине меңәрләгән кеше ишетәсәк һәм тыңлаясаҡ! Һин Ленин­градты ғына түгел, ә тыуған Уралды ла һаҡлайһың. Еңеү беҙҙең арттан буласаҡ, – тип мәсьәләне аңлатҡан Вәхи­тов.

Һәм ҡала буйлап боронғо башҡорт көйҙәре яңғырай башлай. Ҡурайҙың сихри һәм ҡабатланмаҫ моңо һәр бер әҙәмде, хатта фаши­старҙы ла тыңларға күн­дергән. Улар атыуҙарын туҡтатҡан. Музыка тынһа, немец артиллерияһы шун­да уҡ ут сәсә башлаған, әммә ҡурай йәнә яңғыраһа – ул туҡтаған. Ишҡәле Дил­мөхәмәтов еҙ ҡурайында 200-ҙән ашыу йыр-көйҙәрҙе уйнаған. Немецтар сихри моңдо тыңлап бөтөнләй атыуҙы туҡтата, ә был кем­дерҙеңдер ғүмерен ҡотҡа­ра, ниндәйҙер йортто еме­релеүҙән һаҡланы тигәнде аңлата. Абдулла Вәхитовтың заданиеһын ҡурайсы ту­лыһынса атҡарып сыға һәм был дуэлдә еңеп сыға.

Фронтовиктың ҡыҙы Ләлә Нагаева һүҙҙәренсә, уның атаһы үҙ һөнәренә тоғро ҡа­лып, ул һалдаттар араһында тәрбиәүи-ағартыу эштәре алып барған.

Төп йөкләмәләренән тыш, Абдулла Шаһивәли улы төр­лө телдәрҙә сыҡҡан «На страже Родины» гәзитенең хәрби корреспонденты ла булған. Шиғырҙар ҙа ижад иткән, улар Тыуған илгә сикһеҙ һөйөү хисе менән һуғарылған.

1945 йылдың 1 авгусында демобилизациялана. Һуғышта күрһәткән ба­тырлыҡтары өсөн «Ле­нинградты обороналаған өсөн», «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары менән наградлана. Ҡыҙыл Байраҡ ордены, «Хеҙмәт ветера­ны» һәм башҡа миҙалдар, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.

Район мәғарифын үҫтереү­гә ҙур өлөш индерә. Абдул­ла Вәхитовтың балалары, туғандары педагог һөнәрен һайлап, ошо өлкәлә ҙур уңыштарға ирешә. Хәҙерге ваҡытта уның исемен Аҡъ­яр һәм Юлбарыҫ ауылда­рындағы урамдар, Юлбарыҫ башланғыс мәктәбе йөрөтә.

 

БАШҠОРТОСТАНҒА

Һиңә Башҡортостан ҡайнар сәләм

Абдуллаңдың һалдат булы­уынан,

Һәм фронтташ дуҫтар исеменән

Һағыныу хатым һуғыш ҡы­рынан.

Барып етһен һинең улдарың­дың

Юлбарыҫтай батыр булыуы.

Беҙ аҡланыҡ көрәш уттарын­да

Салауаттың нәҫеле булыуҙы.

Исемдәре Сәфәр Нураевтың,

Байғужиндың Хөрмәт, Ғил­мандың

Дошман өсөн улар йәшен булды

Һәм улар менән маҡтаңдың.

Улар бөгөн һинең бәхетеңде

Фронттарҙа уттан һаҡлай­ҙар,

Герой егеттәрең көрәштәрҙә

Бәхет, шатлыҡ һәм дан яулайҙар.

Еңеү даны, анты, һөйөү көсө

Ауыр юлда утта һынала.

Ватан һуғышында башҡорт егете

Арыҫландай батыр һанала.

Беҙ үтәрбеҙ биргән вәғәҙә­беҙҙе,

Еңеүселәр булып ҡайтырбыҙ.

Ә һеҙ ҡыҙғанмағыҙ көсөгөҙҙө

Тиҙерәк бөтөр беҙҙең ҡайғы­быҙ.

Ышанып көт халҡым, еңеү яҡын,

Фронт аша Еңеү таңы ата,

Дошман һәр көн кире сигенә

Яҡынлаша беҙҙең тантана.

22 сентябрь 1944 йыл.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас