

Өфөнән Сәмәрҡәндкә барып ҡайтыу тағы ла уңайлыраҡ буласаҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Сәмәрҡәнд өлкәһе Хакимы Адиз Бобоевтың осрашыуында ике ҡала араһындағы авиабәйләнеште артабан үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды.
Республикабыҙ инвесторҙары үҙ ҡеүәтен Үзбәкстан иҡтисады иҫәбенә арттырырға ниәтләнә. Бекабад ҡалаһында технопарк төҙөлөшөнә старт бирелде. Башҡортостандан тәүге резиденттар паркка инергә теләк белдерҙе лә инде. Улар байтаҡ ташлама аласаҡ.
Республикабыҙҙа ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары, буяуҙар эшләп сығарған яңы предприятие төҙөү мәсьәләһе ҡарала. Ул, беренсенән, донъя кимәлендәге экологик талаптарға яуап бирергә тейеш, икенсенән, яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Халыҡ-ара кимәлдәге ошондай бер предприятие әле Әбйәлил районында уңышлы эшләй.
Сәмәрҡәндтә балалар өсөн хоспис төҙөй башлаясаҡтар. Уның концепцияһы, проекты – Өфө хосписының игеҙәге. Беҙҙең белгестәр артабан учреждениеның эшмәкәрлеген юлға һалырға ла ярҙам итәсәк.