Яңылыҡтар
21 Октября , 09:18

Оло Арыҫланғолда «Аулаҡ өй»

«Айыҡ ауыл» муниципаль конкурсы сиктәрендә, Оло Арыҫланғол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары онотолоп барған матур йолаларыбыҙҙы тергеҙеү маҡсатында «Аулаҡ өй» ойошторҙо.

Добавить в предпочтительные источники Google
Оло Арыҫланғолда «Аулаҡ өй»Оло Арыҫланғолда «Аулаҡ өй»
Оло Арыҫланғолда «Аулаҡ өй»

Был күркәм сара ауылыбыҙҙың хөрмәтле ялдағы фельдшеры Лена Әкрәм ҡыҙының иркен дә йылы өйөндә үтте.
Аулаҡ өйҙөң төп маҡсаты — халҡыбыҙҙың боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрен иҫкә төшөрөү ине. Өлкән быуын вәкилдәре йәштәргә элекке замандағыса аяҡты бөкләп ултырып, самауыр сәйе эсеүҙең тәмен, уның тирәләй йыйылып, онотолоп барған моңло халыҡ йырҙарын башҡарыуҙың ни тиклем күңелле булыуын күрһәтте.
Әммә был осрашыу тик күңел асыу менән генә сикләнмәне. Аулаҡ өйгә йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар берҙәм булып, хәҙерге ваҡытта яу яланында Ватаныбыҙҙы һаҡлаған һалдаттарыбыҙ өсөн йылы ойоҡбаштар бәйләне. Һәр бер элмәккә изге теләктәрен, йөрәк йылыһын һалып, егеттәребеҙҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләнеләр.
Ошондай саралар ауылдаштарыбыҙҙы берләштереп кенә ҡалмай, киләсәк быуынға милли рухыбыҙҙы, изгелек һәм берҙәмлек кеүек сифаттарҙы тапшырырға ярҙам итә.
#айыҡауыл2026

Большеарслангуловский Ск

Автор: