Яңылыҡтар
20 Октября , 09:36

Әрем йортто күҙ тейеүҙән, насар күңелле кешеләрҙән һаҡлай, тиҙәр

Уны хатта малдарға зыян килмәһен өсөн абҙарға ла элгәндәр. Ә һеҙ был хаҡта ниндәй фекерҙә, дуҫтар?  

Добавить в предпочтительные источники Google

Халыҡ ышаныуҙары буйынса, әремде йортто һаҡлаусы көслө сара тип иҫәпләгәндәр. Алама күңелле кешеләрҙән, насар көстәрҙән,  күҙ тейеүҙән һаҡлай тип ышанғандар. Бөгөнгө көндә лә кипкән әремде кергән ергә, ишек башына  элеүселәрҙе осратырға мөмкин.

Ишек башына йәки тәҙрә тирәһенә әрем ботағын элеү һаҡлау сараһы булып тора, өйгә негатив энергияны, насар уйҙы  кертмәй тигән юрау бар.  Бәләкәс кенә әрем ботағын  бер аҙ төтәтеп  еҫен сығарыу  ҙа  кешене ҡаты ауырыуҙарҙан, өйҙәге бәхәс-тауыштан һаҡлай тип ышанғандар. Әрем ботағын ҡыйыҡҡа элеү күренеше лә булған. Был йәшен, дауыл кеүек тәбиғәт ҡазаларынан һаҡлай, тигәндәр. Әремде  ҡураға элеп ҡуйғандар.

Был юрауҙар, фәнни яҡтан нигеҙләнмәһә лә, кеше быға ышанған, яҡшыға өмөт иткән. Нисек кенә булмаһын, иң мөһиме үҙеңде тик һәйбәткә көйләүҙер.

Автор: