Яңылыҡтар
19 Октября , 11:08

Ныҡ тәмле кәбеҫтә

Быға тиклем бындай тәмле кәбеҫтәне ашап ҡарағаным юҡ ине әле! Шаяртыу түгел, сер түгел — әҙерләп ҡарағыҙ, шунан комментарийҙа яуабығыҙҙы ҡалдырырһығыҙ!

Добавить в предпочтительные источники Google
Ныҡ тәмле кәбеҫтәНыҡ тәмле кәбеҫтә
Ныҡ тәмле кәбеҫтә

3 литрлыҡ банкаға:

- 3-4 тырнаҡ һарымһаҡ,

- 6-7 бөртөк ҡара борос,

- 2-3 ҡәнәфер,

- 3 уртаса ҙурлыҡтағы кишер,

- 1-2 лавр япрағы,

- эре итеп туралған кәбеҫтә (банканы тултырырға).

Шунан өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойорға. 10 минут тотабыҙ ҙа, һыуын түгәбеҙ.

 

Ул арала тоҙлоҡ (рассол) әҙерләйбеҙ, уның өсөн кәрәк:

- 1,5 литр һыу,

- 2 аш ҡалағы тоҙ,

- 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо,

- 0,5 стакан 9% һеркә.

Тоҙлоҡто һеркәһеҙ генә ҡайнатып сығарабыҙ, ҡайнап сыҡҡас, һеркә өҫтәйбеҙ, болғатып алабыҙ ҙа банкаға ҡоябыҙ. 1-2 көн тигәндә тоҙланған кәбеҫтә әҙер! 😋

 

Автор:Альмира Аюпова
Автор: