

Ир-егеттәребеҙ ҡармаҡ тотоу оҫталығында ярышты. Кемдең иң беренсе, кемдең иң сабыр икәне һынау аша билдәләнде. Балыҡсылар араһында Зөфәр Аралбаев иң ҙур һәм иң күп балыҡ тотоусы, ә Фуат Ильясов иң беренсе балыҡ тотоусы тип танылды. Әлбиттә, башҡа ҡатнашыусылар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы, һәр кем төрлө номинацияларҙа бүләкләнде.
Был көндө атайҙар ғына түгел, гүзәл заттарыбыҙ ҙа ситтә ҡалманы. Улар төрлө уйындарҙа һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, сараның йәмен арттырҙы. Ярыш аҙағында барыбыҙ ҙа бергәләп тәмле балыҡ һурпаһынан ауыҙ иттек. Оҫта хужабикәләребеҙгә ошо тәмле ризыҡтары өсөн ҙур рәхмәт!
Ысынлап та, ошондай файҙалы һәм күңелле осрашыуҙар кешеләрҙе сәләмәт тормошҡа өндәй, бер-беребеҙ менән аралашыуҙы нығыта. Оло Арыҫланғол халҡы, «Айыҡ ауыл» тигән матур исемде лайыҡлы йөрөтөп, артабан да татыу һәм берҙәм булып йәшәһен!