Яңылыҡтар
10 Октября , 14:26

Өй йылыһы — алғы һыҙыҡҡа

«Еңеү өсөн» тип аталған ҙур хәйриә йәрминкәһе лә был көнө гөрләп үтте

Добавить в предпочтительные источники Google
Өй йылыһы — алғы һыҙыҡҡаӨй йылыһы — алғы һыҙыҡҡа
Өй йылыһы — алғы һыҙыҡҡа

Был сара махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙға өҫтәмә ярҙам күрһәтеү маҡсатында ойошторолдо. Йәрминкәгә килеүселәр һатыу-һатып алыу менән генә сикләнмәне, сара барышында хәрбиҙәр өсөн гуманитар йөк йыйыу пункты ла эшләне. Һатыуға төрлө ҡамыр аштары, һөт ризыҡтарыр һәм башҡа өй тәм-томдары ҡуйылған ине. Теләгән һәр кем Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерә алды. Сауҙанан йыйылған барлыҡ аҡса тулыһынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам фондына йүнәлтеләсәк.

Автор:Ильнара Аптикова