Башҡортостан Республикаһы көнөн байрам итеү сиктәрендә район буйынса мини-футбол турниры үтте, унда райондың иң көслө командалары йыйылды.
Турнирҙа еңеүсе тип «Землячество» командаһы танылды. Икенсе урынды Бүребай ауылы, ә өсөнсө урынға Аҡъяр ауылы командаһы сыҡты.
Ярыштарҙың ойоштороу комитеты юғары әҙерлек кимәлен күрһәткән турнирҙың иң яҡшы уйынсыларын билдәләне. Улар — «Землячество» командаһынан Шайморат Әбделнасыров, Бүребай ауылынан Андрей Куликенев һәм Аҡъяр ауылынан Амур Фәррәхов булды.
Спортсыларҙы яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡотлайбыҙ һәм спорт ареналарында яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!