

Райондың фермер хужалыҡтары һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар үҙҙәренең мул уңыштан йыйылған продукцияһын — йәшелсә-емеш, бал, ит-һөт ризыҡтарын, игенде һатыуға сығарҙы. Халыҡ үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы аҙыҡ-түлекте арзан хаҡҡа алып ҡыуанды. Бынан тыш, «Урам-маркет» тип аталған оҫталарҙың күргәҙмә-һатыу йәрминкәһе эшләне. Унда райондың алтын ҡуллы оҫталары үҙҙәренең ҡул эштәрен — сигелгән таҫтамалдар, селтәрле алъяпҡыстар, ағастан һырлап эшләнгән сувенирҙар, биҙәүестәр һәм башҡа милли кәсеп әйберҙәрен тәҡдим итте. Сәләмәт тормошто пропагандалау маҡсатында Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы табиптары «Сәләмәтлек мөйөшө» ойошторҙо. Был майҙансыҡта теләгән һәр кем ҡан баҫымын үлсәтә, ҡандағы шәкәр кимәлен тикшертә алды.
Байрамдың тағы бер матур йолаһын дауам итеп Рәсәй Почтаһы һәм район гәзите хеҙмәткәрҙәре район һәм республика баҫмаларына яҙылыу ойошторҙо. Был көндә күптәр яратҡан гәзит-журналдарына ташламалы хаҡҡа яҙылып, яҡындарын ҡыуандырыу өсөн подписка бүләк итте.