

Көҙҙөң матур бер көнөндә район үҙәге йыр-моңға, шатлыҡлы ауаздарға күмелде, урамдар буйлап халыҡ гөр килде. Сараның рәсми өлөшөндә муниципаль район хакимиәте башлығы Илмир Ҡотоев һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Илнур Сәлихов сығыш яһаны. Улар халыҡты иң мөһим дәүләт байрамдарының береһе менән ихлас ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Тыуған ерҙең сәскә атыуы, уның киләсәге өсөн намыҫлы хеҙмәт иткән райондаштарыбыҙҙың эшен юғары баһалап, төрлө өлкәлә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән хеҙмәт алдынғыларына хакимиәт һәм Ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталарын, дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре, ауыл хужалығы эшсәндәре, йәмәғәтселәр бар ине.
Байрам сараһы район үҙешмәкәр артистарының һәм балаларҙың матур концерт программаһы менән үрелеп барҙы. Аҡъярҙар һәм район ҡунаҡтары Республика көнөн күтәренке кәйеф менән, берҙәмлек тойғоһо кисереп, яҡты киләсәккә өмөт ҡаршы алды.