

Бөгөн 11 октябрҙә ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ, тормош юлында беҙҙең өсөн ныҡлы терәк булған атайыбыҙ Миҙхәт Ғәлиулла улы Акилов күркәм юбилейын билдәләй. Уны ошо матур ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ!
Ул 1966 йылдың 11 октябрендә Хәйбулла районының Әбүбәкир ауылында эшһөйәр, тырыш, хеҙмәт яратҡан ябай ғаиләлә тыуып үҫә. Баш бала булараҡ, ул колхозда эшләгән ата-әсәһенә лә, үҙенән һуң тыуған дүрт кескәй һеңлеһенә лә һәр ваҡыт терәк, ярҙамсы, кәңәшсе була. Бик иртә ҡул араһына инә. Уның бала саҡтан булған ошо тырышлығы, ышаныслы булыуы ғүмер буйы оҙата килә лә инде.
Күңеленә яҡын шофер һөнәрен үҙләштереп, оҙаҡ йылдар "Красный доброволец" колхозында эшләне. 35 йыл элек әсәйебеҙ, Иҫәнгилде ауылы ҡыҙы Рәсимә Ғәбделмөрит ҡыҙы менән сәстәрен сәскә бәйләп, бергә матур тормош башлайҙар. Был йылдар аралығында тормош уларға ҡайғы-шатлығын ла, һынауҙарын да, матур мәлдәрен дә мулдан бирә. Әммә улар ауырлыҡтарға бирешмәй, шатлыҡ-бәхеттәргә маһаймай, сабырлыҡ менән барыһын да бергә үттеләр. Беҙгә, өс балаларына, матур тәрбиә, белем бирергә тырыштылар, оло тормош юлына сығарҙылар. Өлкән ҡыҙҙары Гөлсәсәк уҡытыусы һөнәрен һайланы, әлеге ваҡытта тормош иптәше Айҙар, улдары Искәндәр менән Тажикистан республикаһының Дүшәмбе ҡалаһында йәшәйҙәр. Улдары Айнур "Шоңҡар" журналы хеҙмәткәре, ҡатыны Илгизә менән Асия исемле ҡыҙҙарҙы тәрбиәләйҙәр. Акиловтарҙың кесе ҡыҙҙары Лилиә - Бөрө медицина-фармацевтика колледжында белем ала, буласаҡ медицина хеҙмәткәре.
Беҙ тормоштағы барлыҡ уңыштарыбыҙ, ҡаҙаныштарыбыҙ өсөн ҡәҙерле кешеләребеҙгә: атайыбыҙ менән әсәйебеҙгә рәхмәтлебеҙ. Сөнки улар ғүмер буйы беҙҙең өсөн йәшәйҙәр, тырышалар. Иң ауыр ваҡыттарҙа ла беҙ уҡыһын өсөн көс түктеләр, күпләп мал аҫрайҙар. Әсәйебеҙ һаман да ауыл китапханаһында эшләй, ә атайыбыҙ хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Себер тарафтарында хеҙмәт юлын дауам итә. Ыжғыр бурандар, ҡаты һыуыҡтарға ҡарамай, ҡырыҫ тәбиғәтле төбәктә үҙен аямай, ғаиләһе өсөн тырыша яҡын кешебеҙ. Үҙ эшенең оҫтаһы булғаны, тырышлығы өсөн уны хеҙмәттәштәре лә, туғандарыбыҙ ҙа ихтирам итә.
60 йәшлек матур юбилейы менән тәбрик итеп, атайыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, аҡ бәхеттәр, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Әсәйебеҙ менән пар булып тағы ла оҙаҡ йылдар бергә-бергә матур, мөхәббәтле тормошта йәшәһендәр, беҙҙән, балаларынан һәм ейән-ейәнсәрҙәренән бары тик изгелектәр генә күреп йәшәргә насип булһын.
Атай! Ер йөҙөндә изгелекле, һәйбәт күңелле, тырыш кешеләр күп, тиҙәр. Әммә беҙҙең өсөн донъялағы иң яҡшы, тырыш, ярҙамсыл, изгелекле кеше - һин. Әсәй менән һин булғанда донъябыҙ түңәрәк, бәхетебеҙ бөтөн. Беҙҙе туғандар менән туплаған, тыуған ергә, ауылға бәйләп торған, һағынып ҡайтыр кешеләребеҙ бар. Шуға ла беҙгә кәрәк булғанығыҙҙы аңлап, үҙегеҙҙе һаҡлап, ҡәҙерләп ғүмер итегеҙ!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәше Рәсимә, улы Айнур, ҡыҙҙары Гөлсәсәк һәм Лилия и кейәүе Айҙар, килене Илгизә, ейәне Искәндәр һәм ейәнсәре Асия.