Яңылыҡтар
9 Октября , 15:50

«Бәпембәләр» Республика көнөн билдәләне

    

Добавить в предпочтительные источники Google
«Бәпембәләр» Республика көнөн билдәләне«Бәпембәләр» Республика көнөн билдәләне
«Бәпембәләр» Республика көнөн билдәләне

Аҡъяр ауылының «Бәпембә» балалар баҡсаһында өҫтәмә белем биреү педагогы Жуламанова Нәжиә Йомағужа ҡыҙы һәм тәрбиәсе Айгөл Йомабай ҡыҙы менән берлектә, мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә Республика көнө айҡанлы «Башҡортостан – тыуған йортом» исемле байрам үткәрҙе.

Балалар Башҡортостан тураһында викторина һорауҙарына әүҙем яуап бирҙе, дидактик уйындар уйнаны, Тыуған илде данлап йырҙар йырланы, шиғырҙар һөйләне, ҡурай уйыны уйнаны, бейеү бейене. Республиканың тыуған көнөн байрам итеп, кескәйҙәр ҙур шатлыҡ кисерҙе. Ошондай саралар балаларҙа тыуған ергә һөйөү, милли традицияларға хөрмәт тәрбиәләй.
Башҡортостаныбыҙ сәскә атһын, тыуған еребеҙҙә тыныслыҡ һәм бәхет булһын!



«Бәпембәләр» Республика көнөн билдәләне
«Бәпембәләр» Республика көнөн билдәләне
«Бәпембәләр» Республика көнөн билдәләне
«Бәпембәләр» Республика көнөн билдәләне
«Бәпембәләр» Республика көнөн билдәләне
«Бәпембәләр» Республика көнөн билдәләне
Автор:Аҡъяр ауылы «Бәпембә» балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогы Нәжиә Жуламанова.