Яңылыҡтар
8 Октябрь , 15:42

Таҙа һыу буйҙары — киләһе быуынға ҡалдырасаҡ иң ҙур байлығыбыҙ!

Көҙҙөң йылы, сыуаҡ көнөндә Йәнтеш ауылы халҡы Һаҡмар йылғаһы буйына өмәгә дәррәү сыҡты. Күптәр хозур тәбиғәт ҡосағында ял итергә килә, әммә ҡыҙғанысҡа күрә үҙҙәренән һуң тирә-яҡты бысратып, төрлө сүп-сар ҡалдыра...

Добавить в предпочтительные источники Google
Таҙа һыу буйҙары — киләһе быуынға ҡалдырасаҡ иң ҙур байлығыбыҙ!Таҙа һыу буйҙары — киләһе быуынға ҡалдырасаҡ иң ҙур байлығыбыҙ!
Таҙа һыу буйҙары — киләһе быуынға ҡалдырасаҡ иң ҙур байлығыбыҙ!

Һыу — тормош сығанағы, ә уның буйҙары беҙҙең ял итер урыныбыҙ. Тик, үкенескә ҡаршы, күп кешеләр тәбиғәткә ваҡытлыса ғына килә һәм артынан төрлө сүп-сар ҡалдыра.

Бөгөн, беҙ был хаҡта уйланыр ваҡыт. Субботник — был ябай ғына эш түгел, ә берҙәмлек һәм таҙалыҡ символы. Беҙ яр буйындағы пластик шешәләрҙе, ҡағыҙҙарҙы һәм башҡа сүп-сарҙы йыйҙыҡ. Эш берҙәм, күңелле барҙы: кемдер сүп йыйҙы, кемдер уны ташыны, ә кемдер тирә-яҡты матурланы. Йылғаға ҡолаған ағастарҙы алып ташланы ир-егеттәр. Ҡороған ағас ботаҡтары һәм ҡыуаҡлыҡтар таҙартылды. Ҡатын-ҡыҙҙар ағартыу эштәре алып барҙы.

Өмәнән һуң яр буйы бөтөнләй икенсе төҫкә инде. Һыу сафланды, ә күңелдәр ҙә йылынып китте. Беҙ үҙебеҙ йәшәгән ерҙең хужаһы икәнен иҫтә тоторға тейешбеҙ! Таҙа һыу буйҙары — киләһе быуынға ҡалдырасаҡ иң ҙур байлығыбыҙ!

Өмәлә ҡатнашҡан һәр кешегә рәхмәт белдерәбеҙ. Рәхмәт һеҙгә, дуҫтар, берҙәм булған өсөн! Бындай саралар беҙҙең тәбиғәткә ҡарата мөнәсәбәтебеҙҙе күрһәтә. Киләсәктә лә бындай сараларҙы дауам итергә планлаштырабыҙ. Таҙалыҡ — ул барыбыҙҙың да эше!
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: таҙа һыу — имен тормош нигеҙе. Сүп-сарығыҙҙы үҙегеҙ менән алып китегеҙ, ә тәбиғәтте яратығыҙ!

Таҙа һыу буйҙары — киләһе быуынға ҡалдырасаҡ иң ҙур байлығыбыҙ!
Таҙа һыу буйҙары — киләһе быуынға ҡалдырасаҡ иң ҙур байлығыбыҙ!
Таҙа һыу буйҙары — киләһе быуынға ҡалдырасаҡ иң ҙур байлығыбыҙ!
Таҙа һыу буйҙары — киләһе быуынға ҡалдырасаҡ иң ҙур байлығыбыҙ!
Таҙа һыу буйҙары — киләһе быуынға ҡалдырасаҡ иң ҙур байлығыбыҙ!
Таҙа һыу буйҙары — киләһе быуынға ҡалдырасаҡ иң ҙур байлығыбыҙ!
Таҙа һыу буйҙары — киләһе быуынға ҡалдырасаҡ иң ҙур байлығыбыҙ!
Автор:Гөлназ Ҡужина