

И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында «Призывниктар көнө-2026» район сараһы уҙҙы.
Тыуған илдең буласаҡ һаҡсылары көҙгө саҡырылыш алдынан фатиха алыу маҡсатында район хакимиәте һәм хәрби комиссариат вәкилдәре менән осрашты. Тантаналы өлөштән һуң егеттәр практик күнекмәләргә күсте: колледждың спорт залында хәрби-ғәмәли дисциплиналар буйынса ярыштар уҙҙы. Егеттәр көс, сыҙамлыҡ һәм ҡорал менән эш итеү күнекмәләре буйынса ярышты.