Яңылыҡтар
8 Октября , 08:45

Айыҡ ауыл – хәүефһеҙ ауыл

-

Добавить в предпочтительные источники Google
Айыҡ ауыл – хәүефһеҙ ауылАйыҡ ауыл – хәүефһеҙ ауыл
Айыҡ ауыл – хәүефһеҙ ауыл

Оло Арыҫланғолда янғын хәүефһеҙлеге буйынса йыйын үтте.
Әбеш ауылы биләмәһе башлығы Таһир Мөғлитдин улы Юнысов «Айыҡ ауыл» район кимәле конкурсы сиктәрендә Оло Арыҫланғол ауылы халҡы менән осрашты. Йыйында төп иғтибар янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүгә йүнәлтелде.
Таһир Мөғлитдин улы ауыл халҡына ҡоролоҡ осоронда һәм көнкүрештә ут менән һаҡ булырға, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡырҙы. Осрашыу барышында янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдар  булмаған ғаиләләргә улар бушлай таратып бирелде. Шулай уҡ һәр бер кешегә янғын хәүефһеҙлеге буйынса кәңәштәр яҙылған иҫкәртмәләр тапшырылды.
«Беҙҙең төп маҡсат – ауыл халҡының именлеген тәьмин итеү һәм бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү», – тип билдәләне ауыл биләмәһе башлығы.

 

Сығанаҡ:  Большеарслангуловский Ск

Автор: