Ҡамыр өсөн бер стакан йылы һыуға, ике аш ҡалағы шәкәр, бер ҡап (11 грамлыҡ) ҡоро сүпрә, самалап он өҫтәп, шыйыҡ ҡамыр яһайбыҙ, йәғни "баш" эшләйбеҙ. Ул ҡабарып сыҡҡас, 0,5 стакан көнбағыш майы, самалап тоҙ, бер йомортҡа, он ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр ҡабарғансы, эслек әҙерләйбеҙ.
Эслек өсөн таҙартылған сей кишерҙе ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Ваҡ ҡына итеп туралған һуғанды көнбағыш майында ҡыҙҙырып алабыҙ, шуға кишерҙе өҫтәп, тағы бер аҙ ҡыҙҙырабыҙ. Дүрт йомортҡаны ҡырғыҙ аша үткәреп, кишерле, һуғанлы ҡатнашмаға ҡушҡас, самалап тоҙ, борос өҫтәйбеҙ.
Ҡамырҙы нәҙек итеп йәйеп, бәлеш яһайбыҙ. Өҫтөнә бер йомортҡаны туҡып һылайбыҙ. 200 градуслы мейестә ярты сәғәт самаһы бешә. Ашығыҙ тәмле булһын!