

2027 йылдың 1 ғинуарынан «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булған ҡатындар 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе проактив режимда аласаҡ. Йәғни, ғариза яҙмайса һәм документтар йыймайса, автомат рәүештә.
Был исемгә кемдәр лайыҡ була алыуы хаҡында Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында һөйләнеләр.
«Герой-әсә» – ата-әсәлек хеҙмәте өсөн юғары награда. Уны социаль яуаплы ғаиләлә 10 һәм унан да күп бала тапҡан һәм тәрбиәләгән ҡатындарға бирәләр.
Түләүҙән тыш, уларға сираттан тыш бушлай медицина ярҙамы күрһәтелә, йылына бер тапҡыр шифаханаға бушлай юллама бирелә һәм башҡа ярҙам саралары ҡаралған.
Ата-әсәләр тағы ниндәй наградаларға дәғүә итә алыуҙары тураһында Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы сайтында белергә мөмкин: vk.cc/d2sVnX
Министрлыҡ мәғлүмәттәре буйынса, республикала 13 ҡатын «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булған. 2022 йылда был награда тергеҙелгәндән һуң, уны тәүгеләрҙән булып Иҫке Балтас ауылынан Альбина Хәйҙәршина алды – ул 13 бала әсәһе.