Яңылыҡтар
6 Октября , 10:33

Ашҡабаҡ биҙәй табын түрен

-

Добавить в предпочтительные источники Google
Ашҡабаҡ биҙәй табын түренАшҡабаҡ биҙәй табын түрен
Ашҡабаҡ биҙәй табын түрен

"Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә Ғәлиәхмәт ауылында ошондай исем аҫтында матур сара ойошторғандар. Байрамда теләге булған һәр кем ҡатанаша алып, табын түрен тик ашҡабаҡтан ғына әҙерләнгән ризыҡтар тәшкил иткән. Уларҙың төрлөлөгөн күреп, ашҡабаҡ ҡышты туйындыра ала тигән һығымтаға килгән сарала ҡатнашыусылар. Байрам уйын-көлкө менән йәнәш барып, йәшелсәнең файҙаһы тураһында мәғлүмәт менән дә уртаҡлашҡан уны ойоштороусылар. Байрам табыны Гөлниса Сөнәғәтулла ҡыҙы Бикбоваларҙың өйөндә үтеп, йорт хужабикәһе төрлө уйындарҙы үҙе ойошторған, үҙе гармунда уйнап өйҙө йыр-моңға күмгән. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла күңелдәре булғансы аралашып, фекер алышып, был байрамдан ҡәнәғәт булып таралышҡандар.

 

Сығанаҡ: район хакимиәте

Автор: