Яңылыҡтар
5 Октября , 12:08

Белем һәм һөнәр байрамы!

Бөгөн, 5 октябрҙә, Аҡъяр тау колледжында ике ҙур байрам билдәләнде — Урта һөнәри белем көнө һәм Уҡытыусылар көнө!

Добавить в предпочтительные источники Google
Белем һәм һөнәр байрамы!Белем һәм һөнәр байрамы!
Белем һәм һөнәр байрамы!

Был көндө уҡыу йортоноң йәме, ғорурлығы булған студенттарҙы, уларҙы белем үрҙәренә әйҙәгән хөрмәтле уҡытыусыларҙы һәм производствоға өйрәтеү мастарҙарын ҡотларға мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды:

Хәйбулла районы муниципаль районы башлығы — Илмир Ҡотоев; «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте вәкиле —Тимур Ҡолбаев; Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының производство-техник бүлек начальнигы Артур Игисурин.

Ҡунаҡтар студенттарға лайыҡлы белем алыу, ә уҡытыусыларға һәм мастерҙарға — үҙ эштәренең оҫталары булып ҡалыу теләктәрен еткерҙе. Колледждың уңыштары — ул тыуған еребеҙҙең, айырыуса Хәйбулла еренең киләсәге.

Байрам сиктәрендә иң яҡшы студенттарға, уҡытыусыларға һәм етәкселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тапшырылды.

 Аҡъяр тау колледжы — ул белем усағы ғына түгел, ә республикабыҙ сәнәғәтенең киләсәк кадрҙарын әҙерләүсе ышаныслы нигеҙ. Бында алынған һөнәр — лайыҡлы хеҙмәт юлының һәм тормош уңышының нигеҙе!

Барығыҙҙы ла байрам менән! Уңыштар, сәләмәтлек һәм яңы үрҙәр!

Автор:Ильнара Аптикова