

Район башлығы йәш Шайморатовсыларҙы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлап, яңынан-яңы үрҙәр һәм артабанғы ярыштарҙа ла тик уңыштар теләне. Илмир Ҡотоев егет-ҡыҙҙарҙың район намыҫын республика этабында лайыҡлы яҡлауҙарын, үҙҙәрендә ихтыяр көсө һәм лидерлыҡ сифаттарын үҫтереүҙәрен билдәләп үтте һәм һәр еңеүсегә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Еңеүсе командаларҙың уңышында остаздарҙың роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Осрашыуҙа фиҙаҡәр хеҙмәте, балаларҙа спортҡа, белемгә һөйөү тәрбиәләгән өсөн класс етәкселәре — Сәүиә Ултраҡова менән Илдус Дәүләтбирҙинға Район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.