

Башҡортостанда өсөнсө тапҡыр үткәрелгән «Медицина һәм Профсоюз» конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурсҡа 37 ғариза килгән комиссия 31 киң мәғлүмәт сараһының 279 мәҡәлә һәм телесюжетты баһалаған.
—Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һаулыҡ һаҡлау тармағы эшмәкәрлеген күрһәтеү өҫтөндә эшләй, ә журналистар уны кешелекле итә, — тип билдәләне Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин. — Һәр һан һәм ҡаҙаныш артында билдәле бер табип, шәфҡәт туташы, фельдшер тора. Һеҙ улар тураһында һөйләйһегеҙ, һәм шуның арҡаһында кешеләр табиптарын яҡшыраҡ белә.
РФ һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең Республика профсоюзы рәйесе Рауил Хәлфин үҙ сығышында:
—Конкурс өсөнсө тапҡыр үткәрелә, һәм беҙ халыҡтың табиптарға ҡарата мөнәсәбәтенең нисек үҙгәреүен күрәбеҙ. Был беҙҙең дә уртаҡ ҡаҙанышыбыҙ. Беҙгә медицина темаһы ғына түгел, профсоюз темаһы ла яңғырауы мөһим. Урындарҙа рәйестәребеҙ, профсоюз вәкилдәре, активистар хеҙмәткәрҙәр өсөн лайыҡлы һәм хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары хаҡында хәстәрлек күрә, — тип билдәләне.
Конкурстың һөҙөмтәләре буйынса Аҡъяр телетапшырыуҙар студияһының район медицинаһының 90 йыллығына арналған сюжеттары иң яҡшылары иҫәбенә инде һәм «Иң яҡшы район/ҡала телекомпанияһы» номинацияһында лауреат исемен яуланы. Тележурналист Гөлсәсәк Ниғмәтуллина һәм оператор Винер Тулыбаев дипломдар менән тәбрикләнде.
Матбуғат конференцияһында профсоюз ойошмалары рәйестәрен киң мәғлүмәт саралары менән әүҙем эшләгән өсөн бүләкләү тантанаһы үтте. Республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының рәхмәт хаты менән Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының профсоюз ойошмаһы рәйесе Гөлназ Һағынбаева ла билдәләнде. Ҡотлайбыҙ!