

Борон-борондан беҙҙең башҡорт халҡы ҡунаҡсыл халыҡ булған. Бер-береңде һый-хөрмәт менән һыйлау, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алыу әлеге көндә лә бик таныш күренеш. Ошо уңайҙан Зәки Вәлиди урамы халҡы икегә бүленеп, "Ҡунаҡ ҡаршы алыу" йолаһын күрһәтте! Матур сара килгән ҡунаҡтарҙы йырлап ҡаршы алыу менән башланып китте. Байрамды ошо урамдың оҫта ҡуллы ла, талантлы ла ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Вәсилә Хәкимйән ҡыҙы алып барҙы! Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғас, әлеге көндә МХО-ла йөрөгән егеттәребеҙҙең иҫәнлеге өсөн, һәм дә әруахтарға бағышлап урам ағинәйе Өммөгөлсөм апай тарафынан аят бағышланды. Көҙҙөң сағыу байрамы булып торған был сара уйын-көлкө, йыр-моң менән дауам итте. Саҡырылған ҡунаҡтар менән бергәләшеп сәй эсеүҙәр был байрамға тағы ла нығыраҡ йәм өҫтәне. Татыулыҡта-Дуҫлыҡта, берҙәм булып йәшәүҙәргә ни етә!