Яңылыҡтар
30 Сентября , 10:26

Көҙгө саҡырылыш

Көҙгө саҡырылыш алдынан район хакимиәтендә ошо кампанияға яуаплы булған кешеләрҙең инструктор йыйылышы уҙҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Көҙгө саҡырылышКөҙгө саҡырылыш
Көҙгө саҡырылыш

Яҙ һәм көҙ илдә хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампаниялары старт ала. Был — ҙур яуаплылыҡ талап иткән, һәр береһенең хәүефһеҙлеге һәм сәләмәтлеге менән бәйле эш. Көҙгө саҡырылыш алдынан район хакимиәтендә ошо кампанияға яуаплы булған кешеләрҙең инструктор йыйылышы уҙҙы. Сараның маҡсаты — эште ойоштороуҙа берҙәм алымдарҙы билдәләү, көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү һәм яңы миҙгелгә әҙерлек кимәлен тикшереү.

Йыйылышта ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова сәләмләне. Ул үҙ сығышында саҡырылыш кампанияһының мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм хәрби иҫәп белгестәренең был эштәге ролен юғары баһаланы.

Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы буйынса хәрби комиссар Радмир Ҡаҙнабаев саҡырылыш кампанияһын үткәреүҙең яңы тәртиптәре, йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләүҙең сифаты һәм документтарҙы алып барыуҙа төп талаптар хаҡында ентекле мәғлүмәт бирҙе.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бүленде. Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының участка табип-терапевты Ольга Демидова призывниктарҙы медицина ҡарауынан үткәреү үҙенсәлектәре, йәштәрҙең сәләмәтлеге торошо һәм хеҙмәткә яраҡлылыҡты билдәләү буйынса табиптарҙың төп бурыстары тураһында һөйләне.

Осрашыу аҙағында ҡатнашыусылар үҙ-ара фекер алышты, көнүҙәк һорауҙарға яуап алды. Көҙгө саҡырылыш кампанияһы хәүефһеҙ, ойошҡан рәүештә һәм закондарҙы теүәл үтәп үтергә тейеш тигән һығымтаға килделәр.

Автор:Ильнара Аптикова