Яңылыҡтар
30 Сентября , 08:12

Башҡортостанда ҡапыл һалҡынайта

Көндөҙ термометр бағанаһы +22 градустан +9 градусҡаса төшә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда ҡапыл һалҡынайтаБашҡортостанда ҡапыл һалҡынайта
Башҡортостанда ҡапыл һалҡынайта

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, шаршамбы, 30 сентябрҙә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан. Һауа температураһы +17, +22°.

Кесаҙна, 1 октябрҙә, яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡтан. Һауа температураһы төндә +1, +6°, урыны менән 0, -5°, көндөҙ +14, +19°.

Йома, 2 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -1, +4°, көндөҙ +4, +9°.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-09-30/bash-ortostanda-apyl-al-ynayta-4668405 

Автор: