Сығыш яһаусылар аныҡ темаларға туҡталды:
- Опека, попечиттеллек һәм балалар хоҡуғын яҡлау бүлеге етәксеһе Светлана Пахтусова «Баланың ғүмеренә һәм сәләмәтлегенә янаусы факторҙар» тигән темаға сығыш яһаны. Ул ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш тотоу, балиғ булмағандар араһында күҙәтелгән хәүефле тәртип билдәләрен ваҡытында асыҡлау кәрәклеге хаҡында әйтеп үтте.
- Мәғариф идаралығының юрисы Светлана Мәмбәтова «Белем биреү мөхитенең комплекслы хәүефһеҙлеген тәьмин итеү» тураһында доклад менән сығыш яһаны. Докладта учреждение территорияларын физик яҡтан һаҡлау, терроризмға ҡаршы саралар һәм янғын хәүефһеҙлеге нормаларын үтәү мәсьәләләре күтәрелде.
- Мәғариф идаралығы методисы Дилә Ҡырымғужина «Буллингты, шәхес-ара конфликттарҙы иҫкәртеүҙең төп йүнәлештәре, аутоагрессив һәм агрессив тәртип билдәләрен асыҡлау» темаһын яҡтыртты. Методист педагогтарға балалар коллективындағы психологик климатты көйләү, медиация технологияларын индереү һәм үҙ-үҙеңә зыян килтереү билдәләрен ваҡытында тойомлау нескәлектәрен өйрәтте.
- Шулай уҡ мәғариф идаралығы методисы Зилә Ирназарова уҡыусыларҙың «Һанлы гигиенаһы»на арналған сығыш яһаны. Ул интернеттағы деструктив контенттан һаҡланыу, социаль селтәрҙәрҙә шәхси мәғлүмәттәрҙе яҡлау һәм виртуаль донъяла баланың эмоциональ именлеген һаҡлау алымдары хаҡында һөйләне.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар был мәсьәләләрҙең айырыуса көнүҙәк булыуын билдәләне. Йомғаҡлап, барлыҡ белем биреү учреждениеларында профилактик эште көсәйтеү, хәүефһеҙлек паспорттарын яңыртыу һәм ата-әсәләр менән аңлатыу эштәрен даими алып барыу бурысы йөкмәтелде. Был йүнәлештә берҙәм команда булып эшләү генә ыңғай һөҙөмтәләргә килтерәсәге ҡат-ҡат һыҙыҡ өҫтөнә алынды.