Яңылыҡтар
19 Сентября , 05:19

Һәр кешенең тауышы мөһим!

Байғусҡаровтар һайлауҙа ҡатнашыу өсөн 150 саҡрым юл үткәндәр

Һәр кешенең тауышы мөһим!Һәр кешенең тауышы мөһим!
Һәр кешенең тауышы мөһим!

Сибай ҡалаһында йәшәүсе күп балалы Байрас һәм Дилбәр Байғускаровтар ғаиләһе гражданлыҡ бурысын үтәргә тип, байтаҡ араны яҡын итеп, тыуған ауылына — Йәнтешкә юлланған.
 
Бөгөн уларҙың тауышы икеләтә әһәмиәткә эйә. Сөнки был көндө ғаилә киләсәкте генә түгел, балаларының да яҙмышын билдәләй. Үҙҙәре теркәлгән ауылда тауыш биреп, Байғускаровтар ул-ҡыҙҙарында илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләй. Улар балаларға: «Илебеҙҙең киләсәге — беҙҙең ҡулда», — тигәнде үҙ өлгөләрендә күрһәтә.
— Беҙ Сибайҙа торһаҡ та, теркәлеү урыныбыҙ — Йәнтештә. Алыҫ ара тип торманыҡ, сөнки һәр кешенең тауышы мөһим. Балаларыбыҙҙы бала саҡтан илһөйәрлек рухында тәрбиәләйбеҙ. Һайлау участкаһына килеү — ул үҙеңдең дә, тотош республиканың да яҙмышына битараф булмау билдәһе, — тигән фекерҙә улар.
Байғускаровтар кеүек әүҙем, татыу һәм илһөйәр ғаиләләрҙең булыуы  ҡыуаныслы. Уларҙың миҫалы башҡаларға ла үрнәк булып тора: гражданлыҡ бурысын үтәү өсөн бер ниндәй кәртә юҡ, уны намыҫ эше тип ҡабул итергә кәрәк.
Һайлау участкаларында йәштәрҙең дә, ололарҙың да, кескәйҙәрҙең дә күп булыуы халҡыбыҙҙың берҙәмлеген тағы ла бер тапҡыр раҫлай.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас