Яңылыҡтар
19 Сентября , 15:00

Мөһим сәйәси кампанияның икенсе көнө тамамланды

Кемдәр тауыш бирмәгән иртәгә һайлау участкаларына килеп өлгөрөгөҙ!

Мөһим сәйәси кампанияның икенсе көнө тамамландыМөһим сәйәси кампанияның икенсе көнө тамамланды
Мөһим сәйәси кампанияның икенсе көнө тамамланды

Һайлау участкаларының барыһы ла киске 8-ҙә ябылды. Ике көн буйы бөтә һайлау участкалары штат режимында эшләне һәм һайлауҙар тыныс, эшлекле шарттарҙа һәм ойошҡан үтте.  Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18, 19 һәм 20 сентябрҙә район халҡы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаттарын, шулай уҡ 4-се һайлау округы буйынса Хәйбулла районы Советы депутатын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ илебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Иртәгә - һайлауҙың һуңғы көнөндә күп кенә ауылдарҙа көҙгө йәрминкәләр һәм төрлө байрам саралары ойоштороу күҙаллана.

Хәйбулла районында 55 һайлау участкаһы  иртәгә 20 сентябрҙә урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.  Бөтә участкаларҙа ла тауыш биреү барышы контролдә тотола: уларҙың 7-һендә — «Ростелеком» видеокүҙәтеүе, ә 48-ендә видеотеркәү ҡорамалдары бар. Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңгә яҡын кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 400-ҙән ашыуы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк. Оло йәштәгеләр, инвалидтар, ауыр сирле кешеләр, уларҙы ҡараусылар, шулай уҡ башҡа сәбәптәре булғандар өйҙә тауыш бирә ала. Бының өсөн участка һайлау комиссияһына уның эшләгән көндәрендә, шул иҫәптән һуңғы тауыш биреү көнөндә 14:00 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шунан һуң ғариза биреүсенең өйөнә тауыш биреү өсөн күсмә йәшник менән комиссия ағзалары килә.

 

Мөһим сәйәси кампанияның икенсе көнө тамамланды
Мөһим сәйәси кампанияның икенсе көнө тамамланды
Мөһим сәйәси кампанияның икенсе көнө тамамланды
Мөһим сәйәси кампанияның икенсе көнө тамамланды
Мөһим сәйәси кампанияның икенсе көнө тамамланды
Мөһим сәйәси кампанияның икенсе көнө тамамланды
Мөһим сәйәси кампанияның икенсе көнө тамамланды
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас