Яңылыҡтар
19 Сентября , 07:00

Бер өйҙән биш кеше гражданлыҡ бурысын үтәне

Аҡъяр ауылының иң күркәм ғаиләләренең береһе —Данияр һәм Гүзәл  Мостафиндар гражданлыҡ бурысын үтәргә бергәләп килде. Бер ғаиләнән ил яҙмышын хәл итеүҙә биш кеше ҡатнашты.

Бер өйҙән биш кеше гражданлыҡ бурысын үтәнеБер өйҙән биш кеше гражданлыҡ бурысын үтәне
Бер өйҙән биш кеше гражданлыҡ бурысын үтәне

«Быйыл беҙҙең өсөн был көн айырыуса тулҡынландырғыс, — тип йылмая ата-әсә. — Ҡыҙыбыҙ Алтынай тормошонда тәүге тапҡыр тауыш бирә. Уның ҡулында — илдең киләсәген билдәләйәсәк тәүге бюллетень!»

 Йәштәрҙең ил яҙмышына битараф булмауы, оло яуаплылыҡ тойғоһо күңелдәргә ҡанат өҫтәй. Бәләкәй йәштәге балалары әлеге ваҡытта тауыш биреүҙә ҡатрнашмайҙар, әммә был ғаиләлә Ватансылыҡ тойғоһо бишектән үк һалына. «Балаларыбыҙҙы Тыуған илгә һөйөү, ололарға ихтирам тәрбиәләйбеҙ һәм һайлауҙарҙың мөһимлеген аңлатабыҙ», — ти Мостафиндар.

Һайлау комиссияһына рәхмәтен белдереп, ғаилә ағзалары барыһына ла именлек, ә гүзәл республикабыҙ, илебеҙҙең сәскә атыуын теләне.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас